Йәнтөйәк
+18 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
11 Марта , 07:10

Доғаларыбыҙ ярҙам итһен

Яугирҙарыбыҙ хөрмәтенә хәйриә ифтары үткәрелде Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында  “Бабич нуры” мәсете асылыуға 10 йыл ваҡыт үтте. Ошонан башлап йыл да изге Рамаҙан айында бирелә ифтарҙар үткәрелә. Быйыл мәжлес махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы  яугирҙар хөрмәтенә ойошторолдо. Өҫтәл артына уртаҡ ҡайғы, һағыш һәм өмөт берләштергән ауылдаштар йыйылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Доғаларыбыҙ ярҙам итһенДоғаларыбыҙ ярҙам итһен
Доғаларыбыҙ ярҙам итһен

 

Махсус хәрби операция башланыу менән ҡыйғаҙытамаҡтар фронтҡа ярҙам йыйыу эшенә әүҙем ҡушылды. Ауылда “Швейбат” етештереү артеле ойошторолдо, унда яугирҙар һәм госпиталдәгеләр өсөн кәрәк-яраҡтар тегәләр. Ирекмәндәр маскировка селтәрҙәре үрә. Ауыл халҡы һәм яҡташтар көсө менән йыйылған аҡсаларға материал һатып алына. Әүҙемселәр көсө менән, улар араһында мәктәп уҡыусылары ла бар, барлығы 230 маскировка селтәре үрелеп, фронтҡа оҙатылды. Был — йөҙҙәрсә ҡотҡарылған ғүмер, һәр береһе ҡарттарҙың һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың тырыш хеҙмәте һәм изге доғалары менән һуғарылған.

  • Махсус хәрби операция барған саҡта беҙҙең бар эшмәкәрлек фронтҡа ярҙамға йүнәлтелгән — ти ауыл старостаһы, дини саралар ойоштороусы, “Шайморатов” исемендәге штабтың урындағы ирекмәнлек хәрәкәте етәксеһе Гүзәл Кәримова. — Яугирҙарыбыҙҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн беҙ ҡулыбыҙҙан килгәндең барын да эшләйбеҙ. Әлегә был — төп бурыс. Бөгөнгө ифтар мәжлесендә лә ихлас доғаларыбыҙ ир-егеттәребеҙҙең иҫән-имен Еңеү менән ҡайтыуына бағышланды. Дөйөм эшкә ҙур өлөш индергән ирекмәндәргә һәм ауыл халҡына ҙур рәхмәттәремде еткерәм. Ифтар ҙа уларҙың ярҙамы менән үткәрелде.

Ифтар намаҙынан һуң мәсеттең имам-хатибы Рузил Хәмәтнуров яугирҙарыбыҙҙың иҫән-һау, үлгәндәрҙең рухы тыныс булыуын теләп доға ҡылды.

Ошо ауылда ғүмер итеүсе Хәҙисә һәм Данил Әсләмовтар мәсеткә үҙҙәренең бәләкәй хаждан алып ҡайтҡан изге Ҡөрьән китабын бүләк итте. Китап дин юлындағылар өсөн рухи маяҡ, юл күрһәтеүсе булһын, ауылда традицияларҙы нығытыуға булышлыҡ итһен тип, сарала ҡатнашыусыларҙы Мәккәнән алып ҡайтҡан изге зәм-зәм һыуынан ауыҙ иттерҙеләр.

Ауылдың йәш ғаиләһе — Алия һәм Зинфир Зәйдуллиндар ҙа буш ҡул менән килмәгән. Улар мәсеткә һыуытҡыс камера бүләк итте.

Ифтарҙан һуң имам-хатип Рузил изге эштәрҙе артабан да дауам итергә  кәрәклеге тураһында вәғәз һөйләне.

Мишкә районындағы МХО ветерандары ассоциацияһы етәксеһе Рәмил Сәлихов ауыл халҡына фронтҡа ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт әйтте һәм был эштең балаларҙа илһөйәрлек, Ватанға тоғролоҡ хистәре тәрбиәләүҙә мөһимлеген билдәләне. “Илебеҙ өсөн ауыр ваҡытта һеҙ берҙәмлек өлгөһө күрһәтеп, изге ғәмәлдәр башҡараһығыҙ. Бергә булғанда — беҙ көслө”, — тине ул.

Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, “Бабич нуры” мәсетендә йыл да Рамазан айында үткәрелгән ифтарҙарҙан тыш, рухи үҫешкә илтеүсе төрлө дини саралар уҙа. Шулай уҡ мәсет ауыл халҡының бергә йыйылып, ярҙамға мохтаждарға булышыу һәм йәмәғәт башланғыстарында ҡатнашыу урыны ла булып тора. Йыл да Ҡорбан байрамы ваҡытында бирелә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға атап ҡорбан салына.

Рәилә Аптикаева.

Доғаларыбыҙ ярҙам итһен
Доғаларыбыҙ ярҙам итһен
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас