Йәнтөйәк
-5 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Март , 12:12

Башҡортостанда яңы һөнәри байрам булдырыла

12 мартты Башҡортостандың Опека һәм попечителлек органы хеҙмәткәрҙәре көнө тип иғлан итергә тигән тәҡдим индерелде.

Башҡортостанда яңы һөнәри байрам булдырыла
Башҡортостанда яңы һөнәри байрам булдырыла

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары яңы һөнәри байрам – Башҡортостан Республикаһының Опека һәм попечителлек органы хеҙмәткәрҙәре көнөн булдырыу тураһында закон проектын ҡарарға ниәтләй. Уны йыл һайын 12 мартта билдәләү планлаштырыла. 

Республика парламенты спикеры Константин Толкачев хәбәр итеүенсә, 1891 йылдың тап ошо көнөндә Рәсәй империяһында опека һәм попечителлек институтына нигеҙ һалған «уллыҡҡа алынған һәм законлаштырылған балалар тураһында» закон ҡабул ителә. Һөнәри байрам – көн һайын балаларҙы яҡлау һәм ҡатмарлы тормош хәлендә ҡалған өлкәндәргә ярҙам күрһәтеү буйынса ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү менән шөғөлләнгән кешеләрҙең ҡаҙаныштарын таныу билдәһе ул.

– Бөгөн Башҡортостанда 70 опека һәм попечителлек бүлеге бар, уларҙа 380 белгес эшләй, – тип һөйләне Константин Толкачев. – Уларҙың эше юридик белемдән тыш, күңел һалып башҡарыуҙы талап итә.

Закон проектын парламенттың киләһе пленар ултырышында тәүге уҡыуҙа ҡабул итеү планлаштырыла.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2026-03-11/v-bashkirii-poyavitsya-novyy-professionalnyy-prazdnik-4609302

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Автор:
Читайте нас