Был сағыу мәҙәни ваҡиға ысын ижад байрамына әүерелә, унда ҡатнашыусылар һәм тамашасылар милли традицияларҙың тамырҙарын һәм ғаилә берҙәмлеге ҡиммәттәрен барлай.
Фестивалдә Ҡариҙел, Ҡараяр һәм Яугилде ауылдарының күп функциялы клубтарынан, Урғыш, Тайҡаш һәм Ҡортлокүл мәҙәниәт йорттарынан үҙешмәкәр ижади коллективтар йыйыла. Һәр номер халыҡ йолаларының матурлығын һәм ғаилә бәйләнештәрен сағылдыра.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, бындай саралар милләт-ара татыулыҡты нығытыуға Һәм Башҡортостандың мәҙәни мираҫын һаҡлауға булышлыҡ итә.