Мишкә ауылының Ф.Бүләков исемендәге лицейҙың 1-се класс уҡыусыһы, Балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Альбина Бабичева Ҡазан ҡалаһында XIII халыҡ-ара конкурста ҡатнаша.
Бәйгеселәрҙең сығышын Рәсәйҙең һәм Татарстандың халыҡ артисы Винера Ғәниева етәкселегендәге жюри баһалай. Альбина Бабичева «Һандуғас» йырсылар конкурсының «Эстрада йыры» (вокал-соло) номинацияһында 2-се дәрәжә лауреат була.
Альбинаны, уны әҙерләгән педагогты һәмһәләтле ҡыҙҙың ата-әсәһен лайыҡлы еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!