"Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә, һүҙлек запасын байытыуҙа, һүҙбәйләнештәр төҙөүҙә, фекерләү ҡеүәһен, логик фекерләүен үҫтереүҙә әкиәттәр ярҙамға килә.
Беҙ балалар менән әкиәттәрҙе йыш сәхнәләштерәбеҙ. Улар фәһемле һәм ябай тел менән айырылып тора, был уларҙы мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың бөтә йәш категорияларына ла ҡулланырға мөмкинлек бирә. Был юлы беҙ "Ҡуян нисек дуҫтар тапты" әкиәтен күрһәттек.
Балалар ролдәрҙе килештереп уйнаны. Ҡуяндың ҡылығы миҫалында уның йомартлығы тулыһынса аҡланғанлығы күренә: ул күҙ алдына ла килтерә алмаҫлыҡ төрлө бүләктәр ала. Иң мөһиме, ул дуҫтар таба. Әкиәт һәр ваҡыт баланы тик яҡшылыҡҡа ғына әйҙәй, дуҫ булырға өйрәтә", — ти тәрбиәсе Ләйсән Нәжибулла ҡыҙы Әүхәҙиева.