Йәнтөйәк
-16 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Март , 15:02

Башҡортостан вуздары һине көтә

Башҡортостан мәктәптәрен тамамлаусыларҙың 75 проценты республика вуздарына бюджет урындарына уҡырға инә ала. 

Башҡортостан вуздары һине көтә
Башҡортостан вуздары һине көтә

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә 2026 йылғы ҡабул итеү кампанияһы һәм республика вуздарының йәлеп итеүсәнлеген арттырыу бурыстары тикшерелде.

– Төбәктең юғары уҡыу йорттары абитуриенттарҙы ҡабул итергә әҙер. Ун беренсе класс уҡыусыларыбыҙҙың 75 проценты бюджет урындарын биләй ала, тип ышаныс менән әйтә алабыҙ, – тип хәбәр итте республиканың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.

2026 йылда республикала – 11-се класты тамамлаған 16,5 меңдән ашыу потенциаль абитуриент бар. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында урта һөнәри һәм юғары белем биреү программалары, шулай уҡ аспирантура һәм ординатура буйынса бюджет урындарының дөйөм күләме 17 меңдән ашыу урын тәшкил итә. Был күрһәткес 2025 йыл менән сағыштырғанда 3,2 процентҡа артҡан.

Башҡортостанда “мәктәп – юғары уҡыу йорто – предприятие” моделе буйынса һөнәри йүнәлеш биреү системаһын әүҙем үҫтерәләр. Уның инструменттарының береһе 15 предуниверсарий – был юғары уҡыу йорттары ҡарамағындағы махсус белем биреү майҙансыҡтары, унда өлкән класс уҡыусылары профилле предметтарҙы тәрән өйрәнә һәм буласаҡ уҡыу йүнәлештәре менән таныша. 2025 йылда уларҙың 430-ҙан ашыу тәрбиәләнеүсеһе республиканың юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә.

Билдәләп үтәйек, 2026 йылғы ҡабул итеү кампанияһы “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында “Юғары уҡыу йортона онлайн инегеҙ” суперсервисын файҙаланып үтәсәк. Абитуриенттар ғариза бирә һәм документтарын шәхси кабинетына тултыра ала. Шул уҡ ваҡытта документтарҙы ҡабул итеү комиссияһына шәхсән тапшырыу йәки уларҙы почта аша ебәреү мөмкинлеге лә һаҡлана.

Республикала төбәк вуздарын һайлаған сығарылыш уҡыусыларына ярҙам сараларын үҫтереү дауам итә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. Атап әйткәндә, Башҡортостан университеттарына уҡырға ингән БДИ-ны йөҙ балға яҙғандар махсус бер тапҡыр бирелә торған түләү ала. Башлыҡ ҡабул итеү кампанияһын ойошҡан үткәреүҙең мөһимлеген билдәләне.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор: Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас