Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
9 Март , 15:20

Ошо аҙна аҙағында уҡ "плюс"ҡа күтәрелә

"Башгидрометүҙәк" был аҙнаға һауа торошо менән таныштырҙы...

Ошо аҙна аҙағында уҡ "плюс"ҡа күтәреләОшо аҙна аҙағында уҡ "плюс"ҡа күтәрелә
Ошо аҙна аҙағында уҡ "плюс"ҡа күтәрелә

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамында тәбиғәт буранлы, һалҡын көндәр бүләк итте. 8-9 мартта республиканың ҡайһы бер төбәктәрендә төндә - 25...30 градусҡаса һыуытты. Көндөҙ ҙә артыҡ йылытманы: -17...-19 градус. Әммә һыуыҡтар оҙаҡҡа килмәне, шаршамбынан - 11 марттан тағы йылыта башлай, ә аҙна аҙағына ҡарай көндөҙгө һауа температураһы "плюсҡа" күтәрелә, тип хәбәр итте "Башгидрометүҙәк". 

12 мартта Өфөлә көндөҙ +3,  ә 15 мартта +5 градус йылы буласаҡ. Төндә лә артыҡ һыуытмай: -3...-2 градус. Ошондай уҡ һауа торошо республиканың барлыҡ төбәктәрендә лә урынлашасаҡ. 

 

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас