Йәнтөйәк
+6 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
9 Марта , 12:45

Ҡариҙел районында бер юлы биш кеше һәләк булған

Үлемесле фажиғә бөгөн теркәлгән. Бәрелешеү шул тиклем көслө булған: ике водитель, өс пассажир урында вафат, тағы икәүҙе дауаханаға алып киткәндәр...

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡариҙел районында  бер юлы биш кеше һәләк булғанҠариҙел районында  бер юлы биш кеше һәләк булған
Ҡариҙел районында бер юлы биш кеше һәләк булған

Башҡортостанда ҡот осҡос юл фажиғәһендә биш кеше һәләк булған. Үлемесле авария бөгөн, 9 мартта, Ҡариҙел районында Бөрө — Таҙтүбә — Һатҡы трассаһының 72-се километрында теркәлгән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, «Лада Приора» һәм «Hyundai Solaris» бәрелешкән. Бәрелешеү шул тиклем көслө була, биш кеше урында һәләк була: ике водитель һәм өс пассажир. Төрлө йәрәхәттәр алған тағы ике кешене дауаханаға оҙаталар.

Урында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм эксперт-криминалистик үҙәк белгестәре эшләй. Башҡортостан прокуратураһы аварияның бөтә сәбәптәрен асыҡлауҙы контролгә алды.

Водителдәр! Һауа торошо тотороҡһоҙ: ҡар яуа, буран сығып тора. Өҫтәүенә юлдарҙа боҙлауыҡ, "кәлийә" барлыҡҡа килеүе мөмкин. Һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын һаҡлағыҙ, ҡабаланып алдағы транспортты уҙырға тырышмағыҙ - тәүҙә хәүефһеҙлеккә инанығыҙ. 

Фото: БР ДАИ-һы.

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
https://bashgazet.ru/news/kh-ef-e-lek/2026-03-09/ber-yuly-bish-keshe-l-k-bul-an-4607124
Автор:
Читайте нас