Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Март , 13:55

Байрам көнөндә медицина ойошмалары нисек эшләй?

8 мартта – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә – медицина ойошмалары түбәндәге график буйынса эшләй. Тулыраҡ – сайтта:    

Байрам көнөндә медицина ойошмалары нисек эшләй?
Байрам көнөндә медицина ойошмалары нисек эшләй?

Амбулатор-поликлиника звеноһы түбәндәге режим буйынса эшләй:

- 7 һәм 9 март – 8-ҙән 17 сәғәткә тиклем саҡырыуҙарҙы ҡабул итеү (шул иҫәптән кисектергеһеҙҙәрен16 сәғәткә тиклем);
- 8 март – ял.

Киҙеү, киҫкен респиратор вируслы сирҙәр һәм яңы коронавирус инфекциялы (COVID-19) пациенттар фильтр-бокстарҙа 7, 9 мартта 8-ҙән 17.00 сәғәткә тиклем, биоматериалды алып һәм уны пациент мөрәжәғәт иткәндән 24 сәғәт эсендә  килтереп, ҡабул ителә.

Иҫкәртеү медицина тикшереүҙәре, диспансерлаштырыу 7 һәм 9 мартта үткәрелә.

Ҡатын-ҡыҙҙар консультациялар 7 һәм 9 мартта эшләй.

Яңы тыуған сабыйҙарҙың неонаталь һәм киңәйтелгән неонаталь скринингты үткәреү өсөн биоматериалды 7 марттан 9 мартҡа тиклем көн һайын Өфө ҡалаһы, Чернышевский урамы, 41-се йорт адресы буйынса ҡабул ителә. Неонаталь һәм киңәйтелгән скрининг 7, 9 мартта үткәреләсәк.

Өфөләге һәм Стәрлетамаҡтағы стоматология поликлиникаларының эш графигын түбәндәге һылтанма буйынса табырға мөмкин:
health.bashkortostan.ru/presscente...

Дарыуханаларҙың байрамдағы эш графигы менән түбәндәге һылтанма буйынса танышығыҙ:

health.bashkortostan.ru/presscente...

Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор: Айһылыу Низамова
Автор:
Читайте нас