Йәнтөйәк
-11 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Март , 21:15

Әсәйҙәргә арнап

Урмияҙ ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһында яҙҙың иң йәмле байрамына арналған матур сара үтте.

Әсәйҙәргә арнап
Әсәйҙәргә арнап

Балалар баҡсаһының “Бәләкәс” йәсле төркөмөндә яҙҙың иң сағыу, наҙлы байрамы — 8 март халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған иртәлек ойошторолдо. Бәләкәстәргә байрамға ҡунаҡҡа Ҡояшҡай килде. Ул балаларға күстәнәскә төрлө ҡыҙыҡлы уйындар, күңелле конкурстар алып килгәйне.

Малайҙар һәм ҡыҙҙар тәрбиәселәре Лениза Хәбибуллина һәм музыкаль етәксе Эльмира Ғәйнуллина етәкселегендә шаян йырҙар йырланы, бейене, конкурстарҙа ҡатнашты, уйнаны.  

Кескәйҙәрҙең сығышы әсәйҙәр өсөн байрамға ҙур бүләк булды.

 

Илһөйәр Махатова.

Лениза Хәбибуллина фотолары.

Әсәйҙәргә арнап
Әсәйҙәргә арнап
Әсәйҙәргә арнап
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас