

Махсус хәрби операция ҡуйылған маҡсаттарға ирешеүен дауам итә. Тыуған ил мәнфәғәтен яҡлап яуға киткән яугирҙар рәте лә көндән-көн тулылана бара. Шундай ҡыйыу райондаштарыбыҙҙың береһе — Мишкә ауылынан Рәзил Әйүпов. 2023 йылдың 26 апрелендә ул Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, әҙерлек үткәндән һуң, МХО биләмәһенә юллана.
— Мин матди тәьминәт батальонында водитель булып хеҙмәт иттем, минең бурыс Херсон йүнәлешендә хәрби бурыстарын үтәгән яугирҙарҙы хәрби комплекттар һәм бар кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү ине, — тип һөйләй Рәзил Әбүбәкер улы. — Хеҙмәттәштәр араһында Мишкә районынан яҡташтар юҡ ине, Благовещен районынан бер егет тә, ҡалғандары күрше Татарстандан ине. Ҡайҙан һәм ниндәй милләттән булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, барыбыҙ ҙа бер туғандай, бер-беребеҙ өсөн терәк булдыҡ.
Дөрөҫөн әйткәндә, баштараҡ ҡурҡыныс ине, үҙ-үҙеңде һаҡлау инстинкты эшләй башлай. Өс айҙан эйәләшеп китәһең, хәрби хәрәкәттәрҙең тулы картинаһын күрә һәм баһалай башлайһың, атыш ваҡытында үҙ-үҙеңде нисек тоторға, дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәнәһең.
Төрлө хәлдәр булды — атыш аҫтында ла ҡалдыҡ, машиналар ватылды, яраландыҡ, дуҫтарҙы юғалттыҡ, ләкин бер ваҡытта ла бер-беребеҙҙе ташламаныҡ. Бирелә, тылда, беҙҙең дә яҡындар һәм дуҫтар бар, ләкин тегендә дуҫлыҡ башҡаса, икенсе төрлө тойола. Ошондай ысын егеттәр менән хеҙмәт иткәнем һәм хәрби туғанлыҡтың нимә икәнен аңлағаным өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен.
Рәзил Әбүбәкер улы ике йыл ярым махсус хәрби операция биләмәһендә була. Атыш ваҡытында контузия ала, эҙемтәләре әле лә үҙен һиҙҙерә. 2025 йылдың 18 сентябрендә ул сәләмәтлеге торошо буйынса Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре сафынан төшөрөлә. Сығышы менән Мәсетле районынан булған Рәзил Әйүпов өсөн Мишкә районы икенсе тыуған еренә әйләнгән инде. Бирелә ул тормош иптәше Ольга Алексеевна менән ҡыҙҙары Светлана, Алина, Юлия һәм Альбинаны үҫтерәләр. Хәҙер өс ейән һәм өс ейәнсәрҙәре бар. Барыһы ла ҡәҙерле кешеләрен түҙемлек һәм тулҡынланыу менән яу ҡырынан көтөп ала.
Рәзил Әбүбәкер улы менән әңгәмәләшкән саҡта уның ни өсөндөр борсолоуы, моңһоулығы һиҙелде. Ә сәбәбе бының, ысынлап та, бар икән.
— Табиптар миңә ауыр күтәрмәҫкә ҡушҡайны, ә егеттәрҙең нисек ауыр йәшниктәрҙе тейәгәнен йәки бушатҡанын ҡарап тороуы миңә ауыр булды. Шуға мин медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иттем һәм мине хеҙмәткә яраҡһыҙ, тип таптылар. Әлбиттә, миңә яҡындарым янында булыуы рәхәт, ләкин егеттәр фронтта һәм мин унда ла бик кәрәк инем. Үҙем бында, ә күңелем улар янында. Шуға егеттәр менән даими бәйләнештә торам. Аҙ ғына булһа ла ярҙам итке килә. Минең кеүек яуҙан ҡайтҡандар менән берләшеп, МХО-ла ҡатнашҡан һәм һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә булышырға ниәтем бар — барып хәлдәрен белергә, байрам менән ҡотларға, эштәрендә булышырға һәм башҡалар.
Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан район хакимиәтендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, ялға ҡайтҡандар, яраланыу буйынса өйҙә булғандар менән осрашыу үткәрелде. Рәзил Әбүбәкер улы саранан тәьҫораттары менән уртаҡлашты:
— Беләһегеҙме, мин ялға бер нисә ҡабат ҡайттым, ләкин власть яғынан бындай иғтибарҙы бер ҡасан да күрмәнем. Район хакимиәте башлығы Лариса Александрова беҙҙе йылы ҡаршы алды. “Ватан һаҡсылары” фондының Мишкә районы буйынса филиалы координаторы, һәр саҡ ярҙамға әҙер Олеся Йосопова ла беҙҙең менән бергә булды. Ихлас һөйләшеү, йәнле, рухлы концерт, яугирҙар менән аралашыу күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр. Ысын йөрәктән Лариса Геннадиевнаға һәм Олеся Анатольевнаға бындай сара өсөн ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәм. Һине шулай ҡаршы алалар икән, тыл менән фронттың берҙәмлеген, Рәсәйҙең көсө ошонда икәнлеген, егеттәребеҙҙең дә юҡҡа ут эсендә йөрөмәүен, ғәмәлдәребеҙҙең дөрөҫ икәнен аңлайһың.
Әйткәндәй
Башҡортостанда Пилотһыҙ системалар ғәскәрендә хеҙмәт итеүгә саҡырыу дауам итә. Ниндәй өҫтөнлөктәре бар?
Тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтында һәм 122 номерына шылтыратып белергә була.
Фирҙәүес Ҡадиҡова.
Мишкә районы.