Йәнтөйәк
-11 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Март , 14:30

Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар яҡлаулы

Кем һин, республикабыҙ ғорурлығы булған гүзәл зат?

Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар яҡлаулы
Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар яҡлаулы

Һуңғы йылдарҙа республикабыҙ бар ил менән бергә ҙур һынауҙар аша үтә. Башҡортостандың аҫыл егеттәре ҡулдарына ҡорал алып илебеҙ һағына баҫып, яу яланында көн һайын батырлыҡтар күрһәтә. Ә һәр бер ҡаһарман яугирҙең артында кем тора? Тәү сиратта, уға ғүмер биргән, бар йөрәген һалып тәрбиәләгән әсәһе. Бергә үҫкән, яуаплылыҡ алырға өйрәткән апай-һеңлеһе. Уға ҙур таяныс, йылы усаҡ булдырыусы ҡатыны. Уның киләсәге өсөн көрәшкән ҡыҙы. Бер һүҙ менән әйткәндә – ҡатын-ҡыҙ.

Өлгөрмәгән ерҙәре юҡ

Ҡатын-ҡыҙ – ғаилә тотҡаһы, тип халыҡ белмәй әйтмәгән. Шуға күрә мөмкинлек булыу менән ир-аттар уларға мөхәббәтен һәм ихтирамын белдерергә, хис-тойғоларын әйтергә тырыша. 8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө бының өсөн иң матур сәбәптәрҙең береһе. Йыл һайын республика етәкселеге иң-иңдәрҙе Өфөлә йыйып тантаналы йыйылыш үткәрә. Быйыл да байрам алдынан был матур йола үтәлде, саҡырылған гүзәл заттар йөҙөндә бар республика ҡатын-ҡыҙҙарына рәхмәт әйтелде.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, гүзәл заттың төп роле әсә булыуҙа тип иҫәпләнһә лә, беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар тормоштоң бөтә тармаҡтарында ла өлгөрә һәм алдынғылыҡҡа сыға. Башҡортостанда миллиондан ашыу ҡатын-ҡыҙ иҡтисадты һәм социаль өлкәне үҫтереүҙе тәьмин итә. Улар предприятиеларҙа, мәктәптәрҙә, дауаханаларҙа, мәҙәниәт учреждениеларында һәм башҡа өлкәләрҙә эшләй, төбәктең тотороҡло үҫеш нигеҙен булдыра. Беҙҙең гүзәл заттарыбыҙ бөтә Рәсәй кимәлендә танылыу яулай. Республикала профессионализмы федераль кимәлдә билдәләнгән белгестәребеҙ бихисап. Уларҙың ҡайһы берҙәре тантанаға саҡырылған ине. Араларында – Рәсәйҙең иң яҡшы иретеп йәбештереүсеһе Валерия Ғәлләмова, Рәсәйҙең иң яҡшы акушеры Алита Борискова, шулай уҡ илдең иң яҡшы карьера консультанты Эльвира Опульскис. Төбәк ҡатын-ҡыҙҙары сәнәғәттә, медицинала, мәғарифта һәм социаль өлкәлә юғары сифат стандарттарын билдәләй.

Булмыштары – әсә булыуҙа

Тик нисек кенә булмаһын, ҡатын-ҡыҙҙың төп миссияһы – әсә булыуҙа. Ә беҙҙең дәүләт һәм республика булмышын бала тәрбиәләүгә арнаған гүзәл зат вәкилдәренә, ғөмүмән ғаиләләргә ярҙам итеүҙе тәьмин итә.

Дәүләт демографик сәйәсәте бурыстарына ярашлы, 2026 йыл Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде. Башланғыс ғаилә институтын нығытыуға, әсәлеккә ярҙам итеүгә һәм күп балалы ғаиләләрҙең статусын күтәреүгә йүнәлтелә. Башҡортостанда 73 меңдән ашыу күп балалы ғаилә йәшәй. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй һәм ил лидерҙары иҫәбенә инә.

Былтыр беҙҙә ғаилә институтын нығытыу, әсәлеккә ярҙам итеү һәм традицион ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу буйынса киң саралар комплексы тормошҡа ашырылды. Төрлө программаларҙа һәм проекттарҙа төбәктең 500 меңгә яҡын кешеһе ҡатнаша. Дәүләт ярҙамы сиктәрендә тиҫтәләгән ғаилә Рәсәй һәм Башҡортостан наградалары менән билдәләнде: ике әсә “Герой-әсә” орденына лайыҡ булды, 10 ғаилә “Ата-әсәлек даны” орденының миҙалдары, тағы 10 ғаилә “Ата-әсәлек ҡаһарманлығы” миҙалы менән бүләкләнде, ә 281 ҡатын-ҡыҙ “Әсәлек даны” миҙалын алды. 2025 йылда республикала яңы иҫтәлекле дата – Башҡортостанда Күп балалы ғаилә көнө булдырылды, ул 21 декабрҙә билдәләнәсәк.

Радий Хәбиров тантаналы йыйылышта билдәләүенсә, республикала күп ғаиләләр үҙҙәренең өлгөһөндә традицион ҡиммәттәрҙең көсөн күрһәтә. Ул бер нисә өлгөлө ғаиләне атаны, улар ҙа байрамға саҡырылған ине. Мәҫәлән, Өфөнән Имелбаевтар ғаиләһе ете бала тәрбиәләй, Стәрлебаш районынан Хөсәйеновтар ғаиләһе бөгөн алты бала үҫтерә һәм әле етенселәре тыуыуын көтә. Бындай ғаиләләр йәмғиәттең мөһим таянысы һәм ғаилә традицияларының тотороҡлолоғо символы булып тора.

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә ярҙам саралары бихисап, был социаль сәйәсәт өҫтөнлөктәренең береһе булып ҡала. Былтыр ғына 19 900 күп балалы ғаилә танытмаһы бирелгән. Бындай ғаиләләр колледждарҙа балаларҙы уҡытҡан өсөн компенсация, бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр һәм яңы йыл бүләктәрен ала, уҡыусылар бушлай йөрөү хоҡуғынан файҙалана. Һигеҙ һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бер тапҡыр бирелә торған түләү 622,8 мең һум тәшкил итә. Күп балалы ғаиләләрҙән 13 830 уҡыусы йәмәғәт транспортында бушлай йөрөй ала.

Һәр яугир артында – көслө ҡатын-ҡыҙ

Гүзәл зат вәкилдәре һуғыш кеүек афәттән алыҫ торһа ла, илебеҙ һынау үткәндә улар ситтә ҡала алманы. Республикабыҙ ҡатын-ҡыҙҙары хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүҙә әүҙем ҡатнаша. Араларында медицина хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр һәм йәмәғәт активистары күп. Байрамға ике йыл Херсон өлкәһе госпиталендә хирургия шәфҡәт туташы булып эшләгән һәм меңләгән яралы яугиргә ярҙам иткән Лилиә Ғәлиева ла саҡырылған ине. Өйөнә ҡайтҡас, ул йәмәғәт эшмәкәрлеген һәм һаулыҡ һаҡлау системаһында эшен дауам итә.

Нили Белобородова етәкселегендә Бөрө медицина-фармацевтика колледжы икенсе йыл рәттән Рәсәй Президенты башланғысы менән “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә “Профессионалитет” федераль программаһы буйынса алдынғы позицияларҙы биләй. Әммә, бынан тыш, колледж студенттары, уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре маскировка селтәрҙәре үрә, блиндаж шәмдәр өсөн әҙерләмәләр эшләй, ойоҡбаш бәйләй.

Башҡортостан даими нигеҙҙә гуманитар ылауҙар ебәреп, МХО яугирҙәренә һәм тыныс граждандарға ярҙам итә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, махсус операция зонаһына гуманитар ярҙам менән 173-сө ылау ебәрелде. Йөктө йыйыу, уның өсөн маскировка селтәрҙәре үреү, шәмдәр һәм башҡа кәрәк-яраҡты әҙерләү шулай уҡ ҡатын-ҡыҙ иңендә. Һәр районда гүзәл заттар штабтарға берләште һәм көнө-төнө был эште алып бара.

Башҡортостан Башлығы Рәсәй Геройҙарының әсәләрен һәм ҡатындарын айырым тәбрикләне. Улар лайыҡлы ир-егеттәрҙе, ысын Ватанды һаҡлаусыларҙы тәрбиәләгән, үҫтергән, батырлыҡтарға илһамландырған. Бөгөн 16 яҡташыбыҙ Рәсәй Геройы тигән юғары исемгә лайыҡ һәм һәр береһе беҙҙең ғорурлыҡ.

– Яҡындары — ирҙәре, аталары, ағалары — әле илебеҙҙе һәм уның киләсәген яҡлаған ҡатын-ҡыҙҙарға мөрәжәғәт итергә теләйем. Һеҙҙең мөхәббәтегеҙ, хәстәрлегегеҙ һәм күңел йылыһы яҡлаусыларыбыҙға көс бирә. Һеҙ уларҙың рухын, Еңеүгә ышанысын нығытаһығыҙ, – тине Радий Фәрит улы.

Башҡортостан властары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам саралары комплексын тормошҡа ашыра. Унда 55 төбәк сараһы индерелгән. Улар тормоштоң төрлө өлкәләрен үҙ эсенә ала: мәғариф, медицина ярҙамы, социаль яҡлау, эшкә урынлашыу, көнкүреш проблемаларын хәл итеү. Төбәктә “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһы эшләй, ә мәшғүллек үҙәктәре махсус операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын әүҙем эшкә урынлаштырыу буйынса эш алып бара.

Гүзәл НАСИРОВА, Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе, Иглин районы хакимиәте башлығы:

– Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары хаҡында һөйләгәндә, мин һәр ваҡыт ҙур ғорурлыҡ һәм һоҡланыу тойғоһо кисерәм. Улар – көс һәм наҙ, аҡыл һәм матурлыҡ, фиҙакәрлек һәм сикһеҙ мөхәббәттең ғәжәп берләшмәһе. Гүзәл заттар – республикабыҙҙың йәне, уның ышаныслы таянысы һәм хәрәкәт итеүсе көсө.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан ҡатын-ҡыҙҙарҙың төбәгебеҙ үҫешендә ҙур роль уйнауын билдәләргә теләйем. Улар бөтә өлкәләрҙә лә уңышлы эшләй: мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәҙәниәт һәм сәнғәт. Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары предприятиелар һәм йәмәғәт ойошмаларын етәкләй, балалар тәрбиәләй һәм өлкән быуын тураһында хәстәрлек күрә, фәнни тикшеренеүҙәр алып бара һәм матур сәнғәт әҫәрҙәре ижад итә.

Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙарға айырым рәхмәт һүҙҙәре әйтәм. Беҙҙең ҡыйыу яҡташтарыбыҙ хәрби табиптар һәм шәфҡәт туташтары булып хеҙмәт итә, яралы яугирҙәрҙең ғүмерен ҡотҡара, һуғыш яланында һәм штабтарҙа эшләй, хәрби бурыстар үтәй. Үҙҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, улар иҫ киткес батырлыҡ һәм сыҙамлыҡ күрһәтә, шул уҡ ваҡытта шул уҡ һиҙгер, хәстәрлекле һәм яҡын кеше булып ҡала. Ирекмән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға рәхмәт. Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк улар беҙҙең яҡлаусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн берләште. Уларҙың алтын ҡулдары маскировка селтәрҙәре бәйләй, окоп шәмдәре эшләй, йылы ойоҡбаш бәйләй һәм гуманитар йөк йыя. Һәр посылкала, һәр йыйылған күстәнәстә уларҙың күңеленең бер өлөшө, әсә хәстәрлеге һәм еңеүгә ышанысы.

Республикабыҙҙа көслө ҡатын-ҡыҙҙар берләшмәһе эшләүе менән ғорурланам. Ҡатын-ҡыҙҙар советтары һәр ҡалала һәм районда меңәрләгән әүҙем, битараф булмаған ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштерә. Беҙ бергәләп социаль проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ, ғаиләләргә, балаларға һәм ололарға ярҙам итәбеҙ, традицияларҙы һаҡлайбыҙ һәм киләсәк булдырабыҙ.

Алина СЕРАФИМОВА, Рәсәй Геройы М. Серафимовтың әсәһе, Башҡортостан буйынса Һәләк булған Ватанды һаҡлаусылар ғаиләләре йәмәғәт ойошмаһы рәйесе:

– Беҙҙең ойошма Рәсәйҙә 2007 йылдан булдырылды, Башҡортостанда 2010 йылдан ғәмәлдә. Унда бөтә төрлө хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашып һәләк булған яугирҙәрҙең һәм хоҡуҡ һаҡсыларының ғаилә ағзалары инә. Бурыстарыбыҙ бихисап. Беренсенән, социаль ярҙам күрһәтәбеҙ, хоҡуҡтарын яҡлайбыҙ. Икенсенән, һәләк булған яугирҙәрҙең исемен мәңгеләштереү эшен алып барабыҙ һәм, өсөнсөһө, йәштәргә патриотик тәрбиә бирәбеҙ.

Мин былтырҙан был ойошма рәйесе булып һайландым. Хәҙер бында махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың ғаиләләре лә ҡушылды, шуға күрә эш тә артты. Киңәйәбеҙ, райондарҙа бүлексәләр асыла башланы. Ғаиләләр өсөн гранттар отабыҙ, уларҙы спортҡа, мәҙәни тормошҡа йәлеп итәбеҙ. Беҙ ярҙам иткән ғаиләләр йәмәғәт эшмәкәрлегенә әүҙем ҡушыла һәм үҙҙәре лә йәлеп ителеп, башҡа ғаиләләргә ярҙам итә башлай. Яҡынын юғалтҡан ҡатын-ҡыҙҙар ябылмай, киреһенсә асылалар.

Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бик әүҙем, ойошҡан, һәр эшкә ҡушылырға ғына тора. Гуманитар ярҙам туплауҙа ҡатнашыусылар ныҡ күп. Маскировка селтәре үрәләр, тегеү машинкалары алып фронт өсөн әйберҙәр тегәләр, шәмдәр ҡоялар. Хатта гуманитар ылау алып барыусылар ҙа бар. Патриотик саралар үткәрәләр, улдарының исемен мәңгеләштереү өсөн спорт саралары үткәрәләр, премия булдыралар. Беҙ бик татыубыҙ, фронтҡа ярҙам итеүҙе дауам итәбеҙ. Минеңсә, МХО-ға ҡағылышы булған кешеләр артабан битараф булып ҡала алмайҙар.

Республика, бөтә дәүләт институттары беҙҙең ойошмаға ныҡ ярҙам итә. Радий Хәбиров иһә күп мәсьәләне шәхсән контролендә тота, ул битараф түгел, һәр саҡ ярҙам итә.

Герой әсәһе булараҡ, бөтә ергә саҡыралар, сығыш яһайбыҙ. Был минең ҡаҙанышым түгел, Герой ул – улым, мин уның әсәһе генә. Әммә улымдың исеменә тап төшөргөм килмәй һәм ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләйем. Юғалтыу аша үткәс, башҡаларға ла ярҙам иткем килә.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор: Альфия Мингалиева

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2026-03-06/be-e-atyn-y-ar-ya-lauly-4604956

Автор:
Читайте нас