Йәнтөйәк
-11 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Март , 16:00

Ғатауллиндар ғаилә ҡиммәттәрен, йолаларын һаҡлап ғүмер итә

Бөрө ҡалаһында күп бала тәрбиәләүсе татыу ғаиләләр бихисап. Гөлфинә һәм Алмаз Ғатауллиндар — шуларҙың береһе. Улар “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2026” республика конкурсының төбәк этабында «Ғаилә ҡиммәттәре һәм йолалары» номинацияһында икенсе урын яуланы.

Ғатауллиндар  ғаилә ҡиммәттәрен, йолаларын һаҡлап ғүмер итә
Ғатауллиндар ғаилә ҡиммәттәрен, йолаларын һаҡлап ғүмер итә


Ғаилә башлығы Алмаз Ҡыйғы районы Арыҫлан ауылынан. Ул Фәриҙә һәм Радмил Ғатауллиндарҙың күп балалы ғаиләһендә күркәм тәрбиә ала. Әсәһе — ғүмер буйы бухгалтер, ә атаһы водитель булып эшләй, совхозда ла хеҙмәт һала. Әлеге ваҡытта улар икеһе лә хаҡлы ялда. Алмаз ауыл ерендә һәр эште еренә еткереп башҡарырға, улай ғына түгел, төрлө һөнәргә өйрәнеп үҫә. Мәктәпте тамамлағас, ул ваҡыттағы Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлай. Әлеге көндә Благовещен ҡалаһындағы заводта смена начальнигы вазифаһын башҡара. Уны тыйнаҡ холоҡло, етеҙ, эшенә яуаплы ҡарағаны өсөн ихтирам итәләр.
Гөлфинә республикабыҙҙың иң ҙур, урмандарға, йылғаларға һәм тауҙарға бай Белорет районы Манашты ауылында тыуа, Межгорье ҡалаһында үҫә. Атаһы Ғилфан ағай ғүмер буйы тимер юлында машинист булып эшләй. Ул оҫта гармунсы була. Ҡулына гармун килеп эләктеме, бирелеп дәртле башҡорт көйҙәрен уйнай, йыр-бейеү көйҙәре менән эргәһендәгеләрҙең күңелен аса. Ә әсәһе Динә апай — ашнаҡсы-кондитер. Шуға ла өҫтәлдә һәр ваҡыт үҙе бешергән тәмле-татлы аш-һыу өҫтөнлөк итә.
Шундай матур тормошта йәшәгәндә, Гөлфинәгә — 13, ҡустыһы Динарға бары 12 йәш булғанда, әсәләре уларҙы мәңгелеккә ҡалдырып китә. Аталары бер үҙе балаларҙы аяҡҡа баҫтыра, уҡыта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул да пенсияға сығыу менән баҡыйлыҡҡа күсә.
Балалар мәктәптә уҡығанда төрлө түңәрәктәргә йөрөп, сараларҙа ҡатнашып, һәләттәрен үҫтерә. Гөлфинә хореография класында шөғөлләнһә, Динар спортты үҙ итә. Кескәй сағынан саңғы ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар ала, йәнә баян класында уҡый. Әле үҙе ғаилә ҡорған. Ике малай атаһы махсус хәрби операцияла ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәй.
Гөлфинә лә атаһы кеүек йыр-моңға ғашиҡ. Хореография класында шөғөлләнә. Әсәһе кеүек аш-һыу әҙерләргә яратҡанлыҡтан, бөгөн уның ҙур ғаиләһе башҡорт милли аҙыҡтары – бишбармаҡ, ҡыҫтыбый, ҡуллама, ҡаҙы менән генә һыйлана. Ул мәктәптән һуң Өфө дәүләт педагогия колледжын тамамлай.
2013 йылда Әйле ырыуы егете менән Ҡатай ҡыҙы ғаилә ҡора. Бөгөн улар өс ҡыҙҙың бына тигән хәстәрлекле ата-әсәһе. Өлкән ҡыҙҙары Фәнилә ҡаланың 8-се мәктәбендә бишенсе класта уҡый. Ул һәр яҡтан да тырыш. М. Бәширов исемендәге Бөрө балалар сәнғәт мәктәбенең хореография класында шөғөлләнә, рәсем, шахмат түңәрәктәренә йөрөй. Үҙенең уңыштары менән шатландырып ҡына тора. Уртансы ҡыҙҙары Мәҙинә иһә күңел һалып художестволы гимнастика менән шөғөлләнә. Район, республика кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнаша, призлы урындар яулай. Әлиә ҡаланың 10-сы балалар баҡсаһына йөрөй. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, ул да үҙенең һөнәрҙәре менән ҡыуандыра.
Балаларҙың каникулы ваҡытында тәбиғәт ҡосағында ял итергә, республиканың төрлө тарафтарына сәйәхәт итергә ярата Ғатауллиндар. Ике яҡтың да туғандарына йөрөргә ваҡыт табалар. Бындай осраҡта балаларҙың да туғандарына ҡарата иғтибары һәм ихтирамы барлыҡҡа килеүен, туған телгә, мәҙәниәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләнеүен ата-әсә яҡшы белә. Ата-бабаларҙың нәҫел тамырын белеү, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һаҡлау ҙа ошондай матур күрешеүҙәр менән бәйле.
Ныҡлы ғаилә – ил терәге, тигән мәҡәлде бәләкәйҙән ишетеп үҫкән Алмаз менән Гөлфинә бер-береһенә йылы һүҙҙәр әйтеп, күңелдәрен ҡырмай йәшәргә ынтыла. Татыу, дуҫ Ғатауллиндар ғаиләһе республика кимәлендә үткән “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсында ла лайыҡлы сығыш яһаны. Тап уларҙың ғаиләһендә халыҡҡа, туған телгә, йолаларға һәм ғөрөф-ғәҙәттәргә ҡарата ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләнеп, киләсәк быуынға еткереү маҡсаты ҡуйылған.

Ғәлиә Ғәниева.

Ғатауллиндар  ғаилә ҡиммәттәрен, йолаларын һаҡлап ғүмер итә
Ғатауллиндар ғаилә ҡиммәттәрен, йолаларын һаҡлап ғүмер итә
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас