Йәнтөйәк
-11 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Март , 14:55

Ғаилә берҙәмлеге тантана итте

Мишкә ауылының Мари тарихи-мәҙәни үҙәгендә “Ветеринарҙар — беҙ берҙәмлек менән ижад итеүсе берҙәм ғаилә” ижади конкурсының төбәк этабы үтте.  Башҡортостан Республикаһының Ветеринария буйынса дәүләт комитеты учреждениеларына ҡараған ветеринар хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләре араһында үткән был конкурс Рәсәйҙә —Халыҡтар берҙәмлеге, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылдары сиктәрендә ойошторолдо.

Ғаилә берҙәмлеге тантана итте
Ғаилә берҙәмлеге тантана итте

Бәйгелә Асҡын, Балтас, Балаҡатай, Бөрө, Борай, Дыуан, Ҡариҙел, Мәсетле, Мишкә, Тәтешле һәм Яңауыл райондарынан конкурсанттар ҡатнашып, милли мәҙәниәт, традициялар, ғаилә ҡиммәттәре аша республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың берҙәмлеген күрһәтте.

Тантананы сағыу сығышы менән “Эрвел” халыҡ бейеү ансамбле асып, бәйгеселәргә һәм тамашасыларға байрам кәйефе бүләк итте.

— Ветеринар эше — үҙенсәлекле хеҙмәт, ул кеше ихтыяждары менән бәйле барлыҡҡа килеп, кешелекте дауалай, һөнәргә тоғролоҡто һәм фиҙаҡәрлекте талап итә. Бөгөн беҙ ошо изге һөнәр эйәләренең ниндәй һәләттәргә эйә булыуын да күрәсәкбеҙ, — тине конкурсты алып барыусы Василий Ҡотломәтов.

Мишкә районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Радмир Бикбулатов ҡатнашыусыларҙы  сәләмләп, конкурста ла, эштәрендә лә ижади уңыштар теләне. Шулай уҡ ҡотлауҙарға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт ветеринария хеҙмәте профкомы рәйесе Ислам Мифтахов та ҡушылды.

Сараның тантаналы өлөшөнән һуң ҡатнашыусылар сығышы башланды. Беренсе булып сәхнәгә Асҡын районынан килгән “Изге күңелле дауалаусы” командаһы — Ғәлләмовтар ғаиләһе күтәрелде.

Конкурс биш этапта үтте. Беренсеһе “Визит карточкаһы” тип аталды. Бәйгеселәр Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың милли кейемендә сығып, үҙҙәренең ғаиләһе, тамырҙары, шөғөлдәре, уңыштары, ғаилә ҡиммәттәре тураһында һөйләне.

Икенсе этап — “Художестволы концерт номеры”нда ғаиләләр һәләттәрен күрһәтте. Музыка, һүҙ һәм бейеү аша һөнәрҙәренә булған һөйөүҙе, ғаилә традицияларын, тыуған яҡ матурлығын күрһәттеләр. Ҡариҙел районынан килгән  “Ғаиләләге татыулыҡ — иң ҡәҙерлеһе” командаһы — Феденевтар ғаиләһен тамашасылар алҡыштарға күмде.

“Милли уйын йәки йола күрһәтеү” этабында командалар ата-бабаларҙан ҡалып, быуындан-быуынға тапшырылып килгән  йолаларҙы, уйындарҙы сәхнәләштерҙе. Бөрө районынан килгән Михайловтар ғаиләһе “Масленица” йола байрамын күрһәткәндә   тамашасылар ҙа, жюри ағзалары ла бейеүҙәргә һәм уйындарға ҡушылды. Мишкә районынан “Изге йөрәктәр” командаһы — Осиевтар ғаиләһе “Тувыртыш” байрамы йолаһын тәҡдим итте. Үҙҙәре алып килгән күстәнәстәр менән залдағыларҙы һыйланылар.

“Ветеринар табиптың бер көнө” этабында конкурста ҡатнашыусылар тамашасыларға үҙҙәрнең бер эш көнөн тасуирланы. Тәрән белемдәр, сабырлыҡ, киҫкен хәлдәрҙә дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белеү, яуаплылыҡ, изгелек кеүек сифаттар талап иткән һөнәр эйәләре клиникала пациенттарҙы ҡабул итеү, фермаға барыу, тиҙ ярҙам күрһәтеү, хайуандар хужаларына консультациялар биреү кеүек эш мәлдәренән өҙөктәр күрһәтте. “Капитандар конкурсы” иң мауыҡтырғысы булды. Сәхнәгә капитандар күтәрелеп, ветеринария буйынса 15 һорауға яуап биреп, аҡыл көсөн генә түгел, белемен, һөнәргә тоғролоғон да күрһәтте. Жюри ағзалары бәйгегә йомғаҡ яһаған саҡта район Мәҙәниәт йорто артистары матур, рухлы концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Артабан музей эше буйынса методист Ильяс Яхин музейға экскурсия үткәрҙе.

Бына тантаналы мәл етте. Жюри ағзалары конкурсты йомғаҡлап, еңеүселәрҙе билдәләне. Тәтешле районынан “Мин, һин, ул,  — беҙ татыу ғаилә” командаһы  — Әзмиевтар ғаиләһе төбәк этаптың еңеүсеһе булды. 2-се урынға Мәсетле районынан Әсмәндийәровтарҙың “Зирәктәр” командаһы сыҡты. Мишкә районынан “Изге йөрәктәр” командаһы — Осиевтар ғаиләһе 3-сө урын яуланы. Һәр еңеүсе командаға Рәхмәт хаттары һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

— Ошо конкурс ярҙамында беҙ ветеринар хеҙмәттең юғары стандарттарын тотоу ни тиклем мөһим икәнлеген аңланыҡ. Меңләгән хайуан һеҙҙән кәрәкле ярҙам ала. Ветеринар эше тәбиғәтте аңлауҙы, һөнәргә тоғролоҡто талап итә. Ветеринария медицинаһы төрлө йүнәлештәге белгестәрҙе берләштерә, уларҙың һәр береһе йорт хайуандарының һәм ауыл хужалығы малдарының именлеген тәьмин итеүҙә ҙур роль уйнай. Еңеүсе командаларҙы конкурста әүҙем ҡатнашҡандары, һөнәрҙәрендә иң яҡшылары булыуға ынтылғандары өсөн ихлас ҡотлайбыҙ. Һеҙ бөгөн үҙ эшегеҙҙең оҫтаһы ғына түгел, ижади ҡарашлы булыуығыҙҙы ла иҫбат иттегеҙ, — тип сараға йомғаҡ яһаны район ветеринария станцияһы етәксеһе Венер Садиров.

Рәилә Аптикаева.

Мишкә районы.

Ғаилә берҙәмлеге тантана итте
Ғаилә берҙәмлеге тантана итте
Ғаилә берҙәмлеге тантана итте
Ғаилә берҙәмлеге тантана итте
Ғаилә берҙәмлеге тантана итте
Ғаилә берҙәмлеге тантана итте
Ғаилә берҙәмлеге тантана итте
Ғаилә берҙәмлеге тантана итте
Ғаилә берҙәмлеге тантана итте
Автор:
Читайте нас