Йәнтөйәк
-10 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Март , 21:50

Социаль фонд ҡатын-ҡыҙҙарға 76,4 мең һум күләмендә түләүҙәр тәғәйенләне

2026 йылдан башлап тәүге тапҡыр «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булған ҡатын-ҡыҙҙарға айлыҡ түләү тәғәйенләнә.    

Социаль фонд  ҡатын-ҡыҙҙарға 76,4 мең һум күләмендә түләүҙәр тәғәйенләне
Социаль фонд ҡатын-ҡыҙҙарға 76,4 мең һум күләмендә түләүҙәр тәғәйенләне

Башҡортостандың Социаль фонды бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, 2026 йылдың башынан герой-әсәләр өсөн яңы ярҙам саралары күрһәтелә.

— Рәсәй президенты Владимир Путиндың указы менән Башҡортостанда «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булған ҡатын-ҡыҙҙарҙың пенсияһына өҫтәмә һәм айлыҡ аҡсалата түләү тәғәйенләнә, — тип билдәләнеләр ведомствола.

Айлыҡ аҡсалата түләү «Герой-әсә» исемен алған көндән алып ғаризаһыҙ тәртиптә тәғәйенләнә, ләкин 2025 йылдың 1 ғинуарынан һуң ғына. Түләүҙең күләме йыл һайын индексацияланырға тейеш. 2026 йылдың 1 февраленән айлыҡ аҡсалата түләү 5,6% арттырылды (76,4 мең һум).

Әлеге көнгә ҡарата Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһе республикала йәшәгән 10 герой-әсәгә айлыҡ аҡсалата түләү тәғәйенләгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-05/sotsfond-naznachil-vyplaty-v-razmere-76-4-tysyachi-rubley-zhenschinam-iz-bashkirii-4603029

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Автор:
Читайте нас