

— Мин бәләкәйҙән бар эшкә лә оҫта әсәйем Хәмдиә Хәйрулла ҡыҙының береһенән-береһе матурыраҡ итеп селтәр, шәлдәр бәйләүен, ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына матур күлдәктәр тегеүен күреп, уның уңғанлығына, өлгөрлөгөнә һоҡланып үҫтем. Атайым Ҡәүи Тимерғәле улы менән туғыҙ балаға ғүмер биреп, бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп, оло тормош юлына сығарҙылар. Беҙ барыбыҙ ҙа әсәйем бәйләгән ойоҡбаш-бейәләйҙәрҙе, башлыҡ һәм башмаҡтарҙы, ул теккән кейемдәрҙе, атайым баҫҡан йылы быймаларҙы кейеп үҫтек. Хәҙер бала саҡты уйлайым да, аптырайым: иртә таңдан ҡараңғыға тиклем колхозда эшләгән әсәйем нисек итеп беҙҙе — туғыҙ баланы шулай тәрбиәләп, кейендереп, тәмле ризыҡтар бешереп ҡараны икән?! Беҙ йоҡонан тороуға мейестә ҡоймаҡ, шәңгә, икмәк бешкән булыр ине... Бөтмәҫ-төкәнмәҫ тормош мәшәҡәттәренән арынып, ҡасан ғына бәйләргә, тегергә, сигергә өлгөрҙө икән? — тип әсәһенең уңғанлығына хайран ҡалып һөйләне Зөбәйдә апай. — Туғыҙ баланың бөгөн алтыһы — биш ҡыҙ һәм бер малай иҫән-һау үҙ донъябыҙ менән йәшәйбеҙ. Бишебеҙ ҙә ҡул эштәренә оҫта: кемдер сигә, кемдер бәйләй, кемер минең һымаҡ балаҫ һуғыу серҙәрен үҙләштерә.
Шишмә-Үрәкәй ауылында тыуып үҫкән Зөбәйдә Ҡәүи ҡыҙы Балтас районы Ҡурас ауылында урта мәктәпте тамамлағас, Силәбе өлкәһендә бер йыл заводта ҡойоусы булып эшләй. Артабан Өфөгә ҡайтып, тәрбиәсе булып хеҙмәт һала.
Нәҡ баш ҡалабыҙҙа эшләгәндә ул буласаҡ тормош иптәше Борай районы Яңы Бикмәт ауылында тыуып үҫкән Рәнис Ҡәниф улы Шәймөхәмәтов менән таныша. Осрашып, дуҫлашып йөрөгәндән һуң йәштәр ғаилә ҡора һәм Өфөлә йәшәй башлай. Баш ҡалала уларҙың өс балаһы — ҡыҙҙары Сулпан, улдары Денис һәм Дамир тыуа.
1989 йылда Шәймөхәмәтовтар районыбыҙға ул саҡта Бөрмә ауыл Советына ҡараған Төй ауылына ҡайтып төпләнә. Зөбәйдә апай хеҙмәт юлын урындағы мәктәптә йыйыштырыусы булып дауам итә, ә Рәнис ағай урындағы ағас эшкәртеү хужалығында ағас йығыусы ярҙамсыһы булып эш башлай. Өс бала үҫкән ғаиләгә тағы ла йәм өҫтәп ҡыҙҙары Миләүшә һәм улдары Булат тыуа.
2002 йылда Зөбәйдә Ҡәүи ҡыҙы республикабыҙҙың тәүге президенты Мортаза Рәхимов ҡулынан “Әсәлек даны “ миҙалын ала. Шулай бәхеттәре тағы ла ишәйеп, донъялары гөрләп тора Шәймөхәмәтовтарҙың. Балалар мәктәпте тамамлап, һәр береһе үҙҙәре һайлаған һөнәрҙе үҙләштереп, артабан хеҙмәт юлдарын башлай, ғаилә ҡороп, балалар үҫтерә. Зөбәйдә Ҡәүи ҡыҙы урындағы почта бүлексәһенә күсеп, хаҡлы ялға сыҡҡансы начальник вазифаһында намыҫлы хеҙмәт һала.
Хәстәрлекле өләсәй һәм олатай булып, балаларының уңыштарына ҡыуанып, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп, шатланып ҡына йәшәп ятҡанда Шәймөхәмәтовтарға ҡайғы килә. Өфөлә йәшәүсе Дамир улдары эш буйынса командировкала фажиғәле һәләк була. Ауыр юғалтыу ҡайғыһын кисерергә көс табып, Зөбәйдә Ҡәүи ҡыҙы менән Рәнис Ҡәниф улы тормош юлын дауам итә. Балалары менән кәңәшләшеп, улар 2017 йылда Асҡын ауылында өй һатып алып, район үҙәгенә күсә. Уңған ғаилә мал аҫрай, ҡош-ҡорт ҡарай, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерә. Күңел яраларын аҙға ғына булһа ла баҫыр өсөн, Зөбәйдә апай баш көллө эшкә сума: гөлдәр үҫтерә, сигеү сигә, йөн яҙып, эрләп, ойоҡбаш-бейәләйҙәр бәйләй, йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша. Былтыр ул күп йылдар күңелендә йөрөткән уй-хыялын тормошҡа ашыра — балаҫ һуғыу кәсебен үҙләштерә башлай.
— Минең ҡәйнәм Гөлфания Шәймөхәмәтова ла бик уңған, мәрхәмәтле кеше ине. Ул балаҫ һуғыу оҫтаһы булараҡ танылғайны. Үҙенең ҙур станогы ла бар ине. Уның матур һәм сағыу итеп һуҡҡан балаҫтарына ҡыҙығып: “Их мин дә ошо кәсепкә өйрәнә алһам ине”, — тип уйлай торғайным. Ниһайәт, миңә лә ошо хыялымды тормошҡа ашырырға форсат сыҡты. Нурия класташыма дуҫы станогын бүләк итә. Ул дарыу үләндәре йыйыу, еләк-емештән ҡаҡ ҡойоу менән шөғөлләнгәс, был станокта өйрәнергә ваҡыты ҡалманы һәм уны миңә бирҙе. Бына шунан башлап мин дәртләнеп был эшкә сумдым.
Беҙҙең районда был кәсеп оҫталары булмағас, мин интернет аша оҫталыҡ дәрестәре ҡарап, эш яйына төшөндөм. Тәүҙә кәрәкмәгән кейемдәрҙе киҫеп, таҫмалар әҙерләп, туҡыма балаҫ һуғырға өйрәндем. Иҙәнгә йәйергә 60-70 см киңлектәге япмалар һуҡтым. Бөрйән районынан Таңсулпан исемле балаҫ һуғыу оҫтаһы менән танышып, уның аша яңы еңелсә станок эшләтеп тә алдым. Әлеге ваҡытта уны ҡоршап, эш башланым. Теләгем — һарыҡ йөнөнән боронғо биҙәктәрҙе ҡулланып аҫалы балаҫ һуғырға өйрәнеү. Алла бойорһа, был эш нескәлектәренә лә өйрәнергә яҙһын. Белгәндәремде башҡаларға ла өйрәтергә тырышам. Арбаш ауылында уҙған ағинәйҙәр йыйынында ла ошо станокты алып барып, туҡыма балаҫ һуғып күрһәттем. Унда ла ҡыҙыҡһыныусылар бар. Урындағы ағас эше оҫтаһы ағинәйҙәргә станок эшләп бирергә лә вәғәҙә иткәйне. Февраль айында Ҡариҙел районы Тайҡаш ауылында уҙған фестивалдә ҡатнаштым. Унда ла станокты алып барып, белгәндәремде эшләп күрһәттем. Ҡыҙыҡһыныусылар күреп кенә ҡалманы, һорауҙарын бирҙе, үҙҙәре лә эшләп ҡараны. Ҡул эштәренә оҫта гүзәл заттарҙың ижад емештәрен күреп, тағы ла дәртләнеп ҡайттым. Асҡын районында ошо балаҫ һуғыу кәсебен тергеҙеп ебәрһәк, бик яҡшы булыр ине. Элек әсәй-өләсәйҙәребеҙ стенаға ла, карауат-эскәмйәләргә лә шундай матур балаҫтар һуғып әҙерләр булған. Ҡыҙҙарынаың бирнә һандығында ла һуғылған балаҫтар, таҫтамалдар, сигелгән, бәйләнгән әйберҙәр булған башлыса. Был ғөрөф-ғәҙәт хәҙер онотолоп бара, — тип борсолоуҙарын һәм уй-теләктәрен дә белдерҙе Зөбәйдә апай.
Зөбәйдә Ҡәүи ҡыҙы менән осрашып һөйләшкәс, был күпте кисергән гүзәл заттың ихласлығына, ярҙамсыллығына, әүҙемлегенә, нинәй дәрт менән балаҫ һуғыу серҙәрен өйрәнеүенә һоҡландым, әлбиттә. Ул бөгөн “Ағинәйҙәр ҡоро” район ойошмаһының әүҙем ағзаһы, районда үткән сраларҙа ла ҡатнаша.
Зөбәйдә апай 60 йәшендә “тимер атты” йүгәнләгән тәүәккәл ҡатын-ҡыҙ булыуы менән дә һоҡландырҙы. Хәҙер бараһы еренә машинаһына ултыра ла, сығып та китә.
Халҡыбыҙҙың рухи мираҫын тергеҙеү өсөн янып-көйөп йөрөгән Зөбәйдә Ҡәүи ҡыҙына һоҡланмау мөмкин түгел. Үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙырып, ошо матурлыҡты башҡаларға ла ихлас өләшкән оҫта ҡуллы ағинәйҙең бар уй-хыялдары ла тормошҡа ашһын.
Наилә Имаева.