

Тәрбиәсе Зөлфирә Мәхмүтова етәкселегендәге полилингваль төркөмдә үткән иртәлек бик йәнле үтте. Ғилмалетдиновтар, Хәйҙәровтар, Йыһаншиндар һәм Ибраһимовтар ғаиләләре сараның төп ҡунаҡтары һәм йәме булды. Уларҙың ҡатнашыуы байрамды ысын мәғәнәһендә күңелле һәм иҫтә ҡалырлыҡ итте.
Осрашыуҙа балалар ғаиләләре тураһында ғорурлыҡ менән һөйләне һәм шәжәрәләре менән таныштырҙы. Шулай уҡ тәрбиәләнеүселәр ата-әсәләре менән халыҡ әйтемдәренең мәғәнәһен аңлатып, миҫалдар килтерҙе.
Артабан сара өҫтәл артында дауам итте. Әсәйҙәр алдан әҙерләп алып килгән милли ризыҡтары хаҡында һөйләп, уны әҙерләү серҙәре менән бүлеште.
- Бындай саралар мәктәпкәсә йәштәге балаларға бәләкәйҙән үҙ тамырҙарын белергә, халыҡтың йолаларын хөрмәт итергә һәм ғаиләне ҡәҙерләргә өйрәтә, — тип билдәләне Зөлфирә Мәхмүтова. — Ата-әсәләрҙең һәм балаларҙың бергә сығыш яһауы, бер-береһенә ярҙам итеүе ғаилә ҡиммәттәрен нығытырға ярҙам итә.
Сарала ҡатнашыусыларҙың һәр береһе тураһында бик күп яҡшы һүҙҙәр әйтергә мөмкин. Улар араһында күп бала тәрбиәләүсе әсәйҙәр Зөлфиә Ғималетдинова һәм Зәлфирә Хәйҙарова ла бар.
Зөлфиә Рәшит ҡыҙының тылы ышаныслы, тормош иптәше Филзәт Фәтәүи улы менән бергә биш бала тәрбиәләйҙәр. Уларҙың һәр береһе тырыш, маҡсатсан, талантлы. Өлкән улдары Наил Өфөлә һайлаған һөнәре буйынса уңышлы эшләй. Ниязға — 19, Әнүәргә - 18, Аязға - туғыҙ, ә кесеһенә – биш йәш.
Зәлфирә Хәлфәт ҡыҙы өсөн ҡыҙы Илнара, улдары Рәсүл, Әнүәр, Вәкил һәм Ислам бәхет сығанағы булып тора. Тормош иптәше Ришат Миңлеғәзәм улы — ышаныслы терәге.
- Тормоштоң мәғәнәһе балаларыңды аяҡҡа баҫтырып, уларҙы кеше итеп, бер-береңде аңлап, терәк булып уңыштарыңа ҡыуанып йәшәүҙә, — ти «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнеүсе Зөлфиә Рәшит ҡыҙы һәм Зәлфирә Хәлфәт ҡыҙы.
Байрамдан бөтәһе лә ҡәнәғәт таралышты. Фәһем алдыҡ, илһамландыҡ, һоҡландыҡ, дәртләндек.
Марат Бүләков.