Йәнтөйәк
-10 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Март , 16:20

Гөмбәләр — Тусыбай ауылында

Бөгөн Балтас районы Тусыбай ауылында “Айыҡ ауыл-2025” республика конкурсы сиктәрендә  “Берҙәмлек йәйғоро” тигән халыҡ йолалары һәм уйындары фестивале үтте. Айыҡ тормошто пропагандалаусы сарала Асҡын районының Гөмбә ауылы вәкилдәре лә әүҙем ҡатнашты.

Гөмбәләр  — Тусыбай ауылында
Гөмбәләр — Тусыбай ауылында

“Балтас районынан тыш, Асҡын һәм Борай райондарының “Айыҡ ауыл- 2025” республика конкурсында ҡатнашыусы ауылдары вәкилдәрен дә бергә йыйған был фестиваль бик матур һәм фәһемле үтте.

Сараға йыйылыусыларҙы     Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Субушев һәм Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры урынбаҫары Инесса Косолапова сәләмләп, халыҡ-ара берҙәмлекте нығытыу һәм мәҙәни мираҫты һаҡлау өсөн бындай сараларҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Урындағы мәҙәниәт алды гөрләп торҙо. Халыҡ уйындары күңелле концерт номерҙары менән алышынып, барыһына ла байрам кәйефе, яңы көс-дәрт һәм айыҡ, сәләмәт тормоштоң өҫтөнлөктәрен күрһәтте.  Төрлө милләт вәкилдәре ҡулға-ҡул тотоношоп, әйлән-бәйлән бейеп, дуҫлыҡ ептәрен нығытты”, — тип тәьҫораттары менән бүлеште Гөмбә ауылы әүҙемселәре.

 

 

Гөмбәләр  — Тусыбай ауылында
Гөмбәләр  — Тусыбай ауылында
Гөмбәләр  — Тусыбай ауылында
Гөмбәләр — Тусыбай ауылында
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас