Йәнтөйәк
-10 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Март , 21:00

Һеҙ – беҙҙең йөрәктәрҙә

Башҡортостан Башлығы ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән ҡотланы.      

Һеҙ – беҙҙең йөрәктәрҙә
Һеҙ – беҙҙең йөрәктәрҙә

Нисәмә көн буйы ыжғырып торған буран ҡапыл туҡтап, ҡояш сыҡты һәм һыуытты. Яҙҙың тәүге, иң матур байрамы алдынан һауа торошоноң да ошолай үҙгәреп тороуы күптән бер кемде лә ғәжәпләндермәй. Бар булмышы менән үҙгәреүсән, төрлө холоҡло ҡатын-ҡыҙға оҡшаш ул. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө етә башлаһа, һәр кемдең күңелендә яҙ бөрөләнә, йылы хистәр уяна. Шуғалыр ҙа был байрамды барыһы ла көтөп ала.

Матур йола буйынса, байрам алдынан “Торатау” конгресс-холында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған тантаналы сара уҙҙы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашҡан сараға МХО яугирҙәренең әсәләре һәм ҡатындары, күп балалы әсәләр, һөнәрендә, сәйәсәттә, эшҡыуарлыҡта, фәндә, сәнғәткә ҙур уңышҡа өлгәшкән гүзәл зат вәкилдәре саҡырылды.

Был көндө Конгресс-холға килгән һәр кем үҙен йондоҙ итеп тойҙо: эскә ҡыҙыл келәм аша үттеләр, ә ян-яҡлап форма кейгән кадеттар ҡаршылап торҙо. Эстә иһә һәр кемгә инеү менән сәскә гөлләмәһе бүләк иттеләр, матур һүҙҙәр әйтеп, ҡотланылар. Фойела оркестр матур көйҙәр башҡарҙы. Шунда уҡ төрлө хеҙмәттәр вәкилдәре килеп, урында консультациялар бирҙе.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Ул, 8 Март көнө әллә ҡасандан бөтәбеҙҙең дә яратҡан байрамына әйләнде, тине.

– Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Иң матур байрам менән ҡотлайым һеҙҙе! Был көндө һеҙгә иң мөһим, иң ҡәҙерле һүҙҙәрҙе әйтеп өлгөргө килә. Ваҡыт үҙенекен итә һәм бөтә нәмәне — технологияларҙы, тормош нигеҙҙәрен һәм ритмдарын, хатта ғәҙәттәрен үҙгәртә, тиҙәр. Әммә бер ҡасан ҡаҡшамаҫ ҡиммәттәр бар. Был һеҙҙең, ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар, Ер йөҙөндәге иң юғары миссияғыҙ – бала табыу һәм тәрбиәләү. Урынығыҙ – беҙҙең йөрәктәрҙә, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, заман һәр кемгә юғары талаптар ҡуя. Әммә ҡатын-ҡыҙҙар нисектер барыһына ла өлгөрә, бөтә эштәрҙе бергә алып бара.

– Һеҙ наҙлы, хәстәрлекле әсәй булып ҡалаһығыҙ, өйҙә уңайлы мөхит булдыраһығыҙ. Шул уҡ ваҡытта һөнәрегеҙҙә ҙур уңыштарға өлгәшәһегеҙ, уңышлы карьера төҙөйһөгөҙ. Ҡатын-ҡыҙ булып ҡалып, үҙ иңдәрегеҙҙә ҙур яуаплылыҡ йөкмәйһегеҙ, ҡайһы берҙә был йөктө һәр ир-ат та күтәрә алмай. Бөгөн был залда – республикабыҙҙың байлығы. Уның ғорурлығы һәм матурлығы. Уның интеллекты, мәҙәниәте һәм ижади көсө, — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Радий Фәрит улы республикабыҙ ғорурланған ҡатын-ҡыҙҙар менән таныштырҙы. Мәҫәлән, Өфөнән Гөлшат һәм Самат Имелбаевтар ете бала тәрбиәләй, Стәрлебаш районынан Евгения һәм Ринат Хөсәйеновтар ғаиләһендә алты бала һәм әле етенсеһен көтәләр. Өфөнән Румия Хөснөтдинова бер үҙе биш бала үҫтерә, ғаилә үҙәгендә социаль педагог булып эшләй.

Профессионаллеге бөтә Рәсәй кимәлендә танылған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа байтаҡ беҙҙә. Залда – Рәсәйҙең иң яҡшы иретеп йәбештереүсеһе Валерия Ғәләмова, илдең иң яҡшы акушеры Алита Борискова, Рәсәйҙең иң яҡшы карьера консультанты Эльвира Опульскис. Шулай уҡ ир-аттарыбыҙ менән бергә алғы һыҙыҡта Тыуған илебеҙҙе һаҡлаған, яугирҙәрҙе дауалаған гүзәл заттар ҙа бихисап.

– Бөгөн Рәсәй Геройҙарының әсәләрен һәм ҡатындарын айырым тәбрикләүегеҙҙе һорайым. Улар лайыҡлы ир-егеттәрҙе, ысын Ватанды һаҡлаусыларҙы тәрбиәләгән, үҫтергән, батырлыҡтарға илһамландырған. Яҡындары — ирҙәре, аталары, ағалары — әле илебеҙҙе һәм уның киләсәген яҡлаған ҡатын-ҡыҙҙарға мөрәжәғәт итергә теләйем. Һеҙҙең мөхәббәтегеҙ, хәстәрлегегеҙ һәм күңел йылыһы яҡлаусыларыбыҙға көс бирә. Һеҙ уларҙың рухын, Еңеүгә ышанысын нығытаһығыҙ, – тине Радий Фәрит улы.

Республика Башлығы иң яҡшы гүзәл зат вәкилдәренә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың юғары дәүләт наградалары тапшырҙы.

Һуңынан сәнғәт оҫталарының һәм республиканың иң яҡшы ижади коллективтарының байрам концерты үтте.

Фото: "Башинформ". 

Автор: Альфия Мингалиева

Һеҙ – беҙҙең йөрәктәрҙә
Һеҙ – беҙҙең йөрәктәрҙә
Һеҙ – беҙҙең йөрәктәрҙә
Һеҙ – беҙҙең йөрәктәрҙә
Һеҙ – беҙҙең йөрәктәрҙә
Автор:
Читайте нас