Йәнтөйәк
+11 °С
Облачно
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
5 Марта , 07:50

Альбина Нафиҡованың оҫталығына һоҡланмаған кеше юҡ

Был талантлы гүзәл затты Борай районында ғына түгел, республикала ла яҡшы беләләр тиһәм, һис яңылыш булмаҫ. Бер нисә йыл элек тыуған ауылы Йомаҡайҙа әсәһе Рәфизә апай һәм атаһы Ҡәҙим ағай Баһмановтарҙа булғаным, улар тураһында мәҡәлә лә яҙғаным булды. Ҡыҙғанысҡа, икеһе лә юҡ инде, дүрт кенә ай ара менән мәңгелеккә күскәндәр. “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ”, ти халыҡ мәҡәле. Һанап китһың, Альбина Нафиҡовала һөнәрҙәр 70 кенәме икән? Егеттәрҙе лә уҙҙыра ул оҫталығы менән. Күҙҙәр генә теймәһен.

Альбина Нафиҡованың оҫталығына һоҡланмаған кеше юҡАльбина Нафиҡованың оҫталығына һоҡланмаған кеше юҡ
Альбина Нафиҡованың оҫталығына һоҡланмаған кеше юҡ

Альбина Нафиҡова халыҡ кәсептәрен, йолаларын тергеҙеүгә ҙур өлөш индерә

Район үҙәгендә урынлашҡан “Танып-Һыу” арт-галереяһында Альбина Нафиҡованың сираттағы күргәҙмәһе асылған, тигән хәбәрҙе ишетеү менән шунда ашығабыҙ. Был юлы нимә эшләп шаҡ ҡатырыр икән, тибеҙ. Уның һәләтенең шишмә башы, әлбиттә, Йомаҡайҙа, атаһы һәм әсәһе, ғаиләһендә.

Тыуған ауылынан артыҡ йыраҡ булмаған Оло Шөкшән урта мәктәбенә йөрөп уҡый Альбина. 10-сы класты тамамлағас, уҡырға инеү ниәте менән районға иң яҡын урынлашҡан Бөрө ҡалаһына юл тотһа ла, уҡыу йортона инергә оялып кире ҡайта. Ул ваҡыттарҙы иҫкә төшөргәндә үҙенең оялсанлығына әле хатта аптырап ҡуя. Ә бына ниндәй ҙә булһа эшкә тотонорға ҡурҡып ҡалмай ул. Уҡырға инмәһә лә, бер генә көн дә эшһеҙ ултырмай. Ул ваҡытта Бөрө ҡалаһында сәнғәт фабрикаһының гөрләп торған саҡтары. Альбина ла шунда ағас ҡалаҡтарға, ағас һауыттарға биҙәктәр, сәскәләр төшөрөргә урынлаша. Бик яратып, күңелен биреп 17 йыл эшләй ул фабрикала. Унан Бөрө спирт заводында складта эшләй, өйҙә заказ буйынса тәҙрә пәрҙәләре, ламбрекендар, шторалар тегә.

Буласаҡ тормош иптәше менән мәктәптән үк таныш булалар. Балтас районының Сейәтау ауылы егете Азат менән ғаилә ҡороп, ике ҡыҙға ғүмер бирәләр, Бөрө ҡалаһында өй һала башлайҙар. Шулай матур ғына йәшәп ятҡанда ире үлеп китә. Ике йәш балаһын ҡосаҡлап, төҙөлөп бөтмәгән йорто алдында Альбина Ҡәҙим ҡыҙы яңғыҙы тороп ҡала. Шөкөр, бер туғандары (улар ғаиләлә өс малай, бер ҡыҙ үҫә) ташламай, булыша, ике йыл тигәндә йортло итәләр.

Тормош аҡрын ғына алға бара. Альбина Ҡәҙим ҡыҙы ла яҙмышына яҙған ярын осрата. Райондашы, Туҡай ауылының уңған, булдыҡлы ир-егете Фәрит Нафиҡов менән ғаилә ҡора. Ике ҡыҙы янына улдары Инсафты алып ҡайта. Инде улы ла студент, 20 йәшен тултырған ҙур егет.

Әлеге көндә Альбина Нафиҡова хаҡлы ялда, ғаиләһе менән Бөрө ҡалаһында йәшәй. Ике ҡыҙы, улы, биш ейәне бар. Хоҙайға шөкөр, тормошо түңәрәк уның.

Мәҡәләм геройы хаҡлы ялда булһа ла, бер генә минут та тик тормай. Ул үҙе әйткәнсә, әбейҙәр станогында балаҫтар, шәлдәр туҡый, кейеҙҙән ойоҡтар, тапочкалар, итектәр баҫа, йүкәнән сабата үрә, тал сыбығынан кәрзиндәр эшләй, йырҙар ижад итә, концерттарҙа ҡатнаша, сценарийҙар яҙа, сәхнәләрҙә төрлө ролдәр башҡара, үҙе һалған бейеүҙәрҙе оҫта башҡарып, еңеүҙәр яулай, бәйләй, тегә. Һанап бөтөрә торған түгел уның һәләттәрен.

— Баһмановтар ғаиләһендә барыһы ла шулай һәләтлеме, әллә Хоҙай һеҙгә генә өйөп биргәнме? — тип һорайым.

— Беҙ дүрт бала — Хәйерланам ағайым, мин, ҡустыларым Шамил һәм Рәүил үҫтек. Барыбыҙ ҙа эшкә уңғанбыҙ. Туғандарым ир затынан булғас, балта эшенә, иретеп йәбештереүгә оҫта. Беҙ — тегеүселәр нәҫеленән. Әсәйемдең әсәһе, өләсәйем, ауылда берҙән-бер тегеүсе булған. Әсәйем дә заманында тундар, толоптар теккән. Атайыбыҙҙың да ҡулынан килмәгән эше юҡ ине, — тип һөйләй Альбина апай.

Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тигәндәре дөрөҫ инде. Ғүмере буйына матурлыҡҡа ынтылған, “Шахта”, “Герман көйө” кеүек халыҡ йырҙарын яратып башҡарған, шиғри күңелле әсәһе Рәфизә апайҙан гүзәллекте күрергә, уны ҡулдары менән тыуҙырырға өйрәнгән Альбина апай. Ә шиғыр яратыуы атаһынан, сөнки ул шиғырҙар ижад иткән, гармунда оҫта уйнаған.

— Йыр-моңға ғашиҡ булып үҫеүем әсәйемдән. Атайым вятский гармунын ҡулына алып тартып ебәрһә, әсәйем моңло тауышы менән ҡушылып йыр һуҙа башлай. Унан, беҙ бәләкәй саҡтарҙа, йыш ҡына туған-тыумаса, күрше-күлән, дуҫ-иш менән ҡунаҡ йыйыу ғәҙәте бар ине. Табын артында гармунға ҡушылып йырлап ултыралар ине. Бына шуларҙы күреп үҫтем мин, — тип бала саҡ хәтирәләрен барланы ул.

Ана шул ҡанына һеңгән моң уны үҙешсән композитор итә. Альбина апай килен булып төшкән Туҡай ауылында йәшәгән шағирә Нәфисә Хәбибдийәрованың “Һағышланыу” тигән шиғырын уҡығас, үҙенән-үҙе күңелендә көй тыуа. Ошо йырҙы башҡарып, Өфө ҡалаһында уҙған “Һәләт” телезивион конкурсында 1-се урын ала һәм лауреат исеменә лайыҡ була. “Шуныһы ҡыҙғаныс, Нәфисә апайҙың үҙенә генә йырҙы тыңлата алманым, көтмәгәндә беҙҙең аранан мәңгелеккә китеп барҙы”, — ти үкенес менән Альбина апай. Бер аҙҙан уның “Алмаларҙы кемгә һаҡланым” тигән шиғырына ла көй тыуа. Әлеге көндә Альбина Нафиҡованың шағирҙар Исхаҡ Фәйзуллин, Фәнәүис Дәүләтов, Рүзилә Ғатауллина шиғырҙарына яҙған 40-тан артыҡ йыры бар.

Альбина Нафиҡова — халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, эш ҡоралдарын, тормош-көнкүрештәге әйберҙәрен һаҡлаусы, халҡыбыҙға еткереүсе лә. Уны һәр ваҡыт ата-бабаларының ҡул менән башҡарған эштәре ҡыҙыҡһындыра. Шуларҙы өйрәнеү теләге менән янып йәшәй ул. Әсәһенән йәш саҡтарын һөйләтеп, байтаҡ һөнәрҙе белеүгә ирешә, дөрөҫ итеп ураҡ тоторға, урырға өйрәнә. Етен орлоғон сәсеп, үҫтереп, урып, шул етендән таҫтамалдар, туҡыма яһауға ирешә. Станокта балаҫ һуғырға өйрәнә. Бының өсөн һарыҡ йөнөн үҙе эрләп, ҡатып, уны төрлө төҫтәргә буяп, сеймал әҙерләй. Был станокта ул милли биҙәкле бик матур шәлдәр ҙә туҡый. Балаҫ һуғырға өйрәнеү уның күптәнге хыялы була. 2015 йылда Бөрө ҡала музейы эргәһендә ойошторолған “Ебәк юлы” тип аталған туҡыусылар түңәрәгендә шөғөлләнеп, халҡыбыҙҙың боронғо кәсебе серҙәренә ныҡлап төшөнә.

Унан кейеҙҙе еүешләп, сабата менән кейә торған, теҙгә тиклем оҙон, әммә быйма шикелле үк ҡаты булмаған ойоҡтар баҫырға тотона. 

— Әлеге ваҡытта тал сыбығынан тубалдар үрәм. Атайымдың вафатына дүрт ай булды. Уны юғалтҡас, күңелгә тыныслыҡ эҙләп, Танып йылғаһы яры буйлап йөрөгәндә ҡаршымдағы талдарға күҙем төштө. Шунда атайым гуйә: “Ҡыҙым, хәтереңдәме, Солтан олатайың да, мин дә тал сыбығынан кәрзиндәр, балыҡ тоторға мурдалар үрә инек. Ана талдар, үр”, — тигән кеүек булды. Алып ҡайттым да үрергә тотондом. Бала бишеге, төрлө ҙурлыҡтағы кәрзиндәр үрҙем. Әле күптән түгел районда уҙған фольклор сығыштар ярышында Йомаҡай ауылы халҡы менән тал сыбығынан үреү алымдарын күрһәтеп, театрлаштырылған тамаша ҡуйҙыҡ, — тип һөйләй Альбина апай.

Был талантлы гүзәл заттың “Танып-Һыу” арт-галереяһында күргәҙмәләре йыш булыуын атап үткәйнем инде. Халҡыбыҙҙың боронғо кәрәк-яраҡтарын, көнкүреш әйберҙәрен йыйып, этнокүргәҙмәләр ойоштороп, кешеләргә үткәндәрҙе һаҡларға кәрәклеген еткереп тора ул. Беренсе тапҡыр 2019 йылдың февралендә — Бөрө ҡала муҙейында “Хәтерләйем, һаҡлайым, ғорурланам”, ә мартта тыуған яғы Борайҙа “Хәтерләүҙән ҡурыҡма, үткәнеңде онотма” тип аталған шәхси этнокүргәҙмәләр ойоштора.

Спорт менән дә шөғөлләнергә ваҡыт таба Альбина Нафиҡова.

— Мин бәләкәйҙән спортты үҙ иттем. Саңғыла, велосипедта йөрөү, йөҙөү, өҫтәл теннисы, бадминтон, волейбол — иң яратҡан спорт төрҙәре. Саңғы, өҫтәл теннисы буйынса күп тапҡырҙар призлы урындар алдым. Саңғы буйынса 1-се разрядым да бар. Йәшерәк саҡта Бөрөнән Йомаҡайға (80 километр) бер нисә тапҡыр велосипедта ҡайтҡаным да булды. Хәрәкәттә бәрәкәт икәнен оноторға ярамай. Күп кеше ваҡыт юҡлыҡҡа һылтана. Ваҡыт бар ул, бары тик иренмәҫкә, ялҡауланмаҫҡа ғына кәрәк, — ти мәҡәләм геройы.

Киләсәккә пландары күп әле Альбина апайҙың. Балсыҡтан һауыт-һаба эшләргә, септә һуғырға өйрәнгеһе килә икән уның. Септә һуғыр өсөн кәрәкле ҡоралдарҙы Балтас районының Ҡарғалы ауылынан эҙләп тапҡан да инде. Тыуған йортонда атаһының төҫө булып ҡалған вятский гармуны ла көтә. Шуңарҙа уйнарға өйрәнәһе бар. Өйрәнер, атаһының гармунын һыҙҙырып, әсәһенең шул гармунға ҡушылып йырлаған йырын да башҡарыр әле.

Венера Арысланова.

Борай районы.

Альбина Нафиҡованың оҫталығына һоҡланмаған кеше юҡ
Альбина Нафиҡованың оҫталығына һоҡланмаған кеше юҡ
Альбина Нафиҡованың оҫталығына һоҡланмаған кеше юҡ
Альбина Нафиҡованың оҫталығына һоҡланмаған кеше юҡ
Альбина Нафиҡованың оҫталығына һоҡланмаған кеше юҡ
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас