Йәнтөйәк
-14 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Март , 21:50

Ғаилә берҙәмлеге тантана итә

Асҡын үҙәк район дауаханаһында «Ғаилә берҙәмлеге» республика конкурсының беренсе этабы үтә.

Ғаилә берҙәмлеге тантана итә
Ғаилә берҙәмлеге тантана итә

Сара БР Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы һәм Асҡын үҙәк район дауаханаһы профсоюзы беренсел ойошмаһы ярҙамында үткәрелеп,  Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына һәм Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арнала.

Был бәйге  ҡатнашыусыларҙы күп милләтле халҡыбыҙҙың ғаилә ҡиммәттәрен, мәҙәниәтен һәм йолаларын  хөрмәт итеүгә йүнәлтелгән.

Сара барышында медицина хеҙмәткәрҙәре балалары менән бергә сығыш яһап, ижади һәләттәрен күрһәтә.


"Иң яҡшы ғаилә бейеү программаһы" номинацияһында  Сафиуллина Дилараның ғаиләһе тамашасыларҙы үҙенең таланты һәм артислығы менән таң ҡалдыра.

"Иң яҡшы халыҡ видеоһы" номинацияһында Ғәйзуллина Лилиә һәм Исламова Айгөл сығыш яһай.

 "Иң яҡшы ғаилә фотоһы" номинацияһында Камалетдинова Антонина үҙенең эштәрен уңышлы тәҡдим итә.

 Жюри ағзалары  ҡатнашыусыларҙың сығышын юғары баһалай, уларҙың һәр береһенең үҙенсәлекле талантын билдәләй.

“Беҙ бөтә ҡатнашыусыларға ғаилә ижадын үҫтереүгә һәм халыҡтар берҙәмлеген нығытыуға индергән өлөшө өсөн рәхмәт белдерәбеҙ!” — ти сараны ойоштороусылар.

Ғаилә берҙәмлеге тантана итә
Ғаилә берҙәмлеге тантана итә
Ғаилә берҙәмлеге тантана итә
Ғаилә берҙәмлеге тантана итә
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас