“Беренсе тирмә” проекты ирекмәндәре төркөмө составында буласаҡ өс фельдшер – Иван Поздняков, Заһит Әсләмов һәм Дмитрий Казаков. Иван менән Заһит Луганск хәрби госпиталендә былтыр йәй эшләп, яралыларға медицина ярҙамы күрһәтергә өлгөргәйне инде. Хәҙер улар ирекмәнлек хәрәкәтендә яңынан ҡатнашырға теләк белдерҙе.
Ирекмәндәр ауыр яралыларға төрлө ярҙам күрһәтә, уларҙы ашата-эсерә, яраларын бәйләй, медицина процедураларына илтә, йылы һүҙҙәре менән йыуата. Был проектта ҡатнашып, студенттар профессиональ һәм шәхси үҫеш этабын үтә. Буласаҡ фельдшерҙар өсөн был эш сәфәре алынған белемде практикала ҡулланыу һәм миһырбанлыҡ тойғоһон үҫтереү мөмкинлеге булып тора.
Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор: Дина Арсланова