Бәйге барышында Балтас районыны балалар баҡсаларынан килгән һылыуҡайҙар үҙҙәренең артислыҡ оҫталығын, тыуған яҡ тарихын һәм халҡыбыҙҙың быуаттар буйына һаҡланып килгән ғөрөф-ғәҙәттәрен белеүен күрһәтте.
Мәҙәни мираҫ һәм героик традицияларға бағышланған конкурс (мифик һомай образында) дүрт номинацияла үтте: визитка, ижади конкурс, милли кейемдә дефиле һәм интеллектуаль турнир.
Уйлап ҡына ҡарағыҙ, конкурста ҡатнашыусы бәләкәстәр “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосының 46 юлын ятлаған!
Был, һис шикһеҙ, ата-бабаларыбыҙҙың мираҫына тәрән хөрмәт һәм милли рухтың көслө булыуын күрһәтә.
Конкурстың һәр этабында ҡатнашыусыларҙың сығышы һоҡланыу уятты. Улар башҡорт һылыуҡайҙарының ниндәй булырға тейешлеген асыҡ күрһәтте: көслө рухлы, зирәк, хеҙмәт һөйөүсән, халҡыбыҙҙың мираҫын хөрмәт итеүсе һәм уны яратыусы. Һәр сығыш – йәш быуындың милли үҙаң үҫеше өсөн ҙур аҙым.
Бәйге аҙағында еңеүселәр билдәләнеп, бүләкләнде.
“Һомай һылыуы —2026” бәйгеһе мәҙәниәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе йәш быуынға тапшырыуҙа ҙур роль уйнай.
Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.