Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Март , 15:05

Сит илдә ҡалған туристар ярҙам аласаҡ

Әле 25 турист мөрәжәғәт иткән һәм яуап алған.     

Сит илдә ҡалған туристар ярҙам аласаҡ
Сит илдә ҡалған туристар ярҙам аласаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әлеге ваҡытта Яҡын Көнсығыш илдәрендә, айырым алғанда Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә булған туристар ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ тине. Был турала ул бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә әйтте һәм Хөкүмәт ағзаларына бөтә мәсьәләләрҙе хәл итергә ҡушты.

– Тура бәйләнеш булырға тейеш. Беҙҙә Ситуация үҙәге эшләй – мөрәжәғәттәрҙе эшкәртегеҙ һәм шунда ебәрегеҙ. Кешеләр унда эш буйынса түгел, әммә улар беҙҙең граждандар, – тине ул.

Башҡортостанда йәшәүселәр 8 (347) 218-19-19 телефоны буйынса Ситуация үҙәгенә теләһә ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итә ала.

Бынан тыш, Радий Хәбиров илдә Башҡортостандың Әмирлектәрҙәге вәкиле – Роман Владимирович Громовтың эшләүенә иғтибарҙы йүнәлтте. Башҡортостан вәкиленең Әмирлектәрҙәге бәйләнештәре: +7 (919) 619-99-90 (MAX мессенджеры аша).

Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева башҡарылған эштәр хаҡында һөйләне:

– Ял көндәрендә беҙгә 25-кә яҡын граждан мөрәжәғәт итте. Барыһы ла иҫән-һау, уларҙы ойоштороу-техник мәсьәләләр борсой: күсеп китергә, яңы урын табырға, туроператор менән бәйләнешкә инергә ярҙам итеү. Беҙ тура бәйләнеш ойошторҙоҡ, оператор бөтә мәғлүмәтте алды. Әгәр турист үҙ аллы барһа, ғаризаны генераль консуллыҡ аша сайтта тултырырға кәрәк, беҙ бөтә ҡағиҙәләрҙе әҙерләнек. Әгәр туроператор аша барһа, улар менән бәйләнешкә сығырға ярҙам итәбеҙ, улар бөтә мәсьәләләрҙе хәл итә. Әмирлектәрҙәге ҡайһы бер штаттар йәшәү ваҡытын оҙайта, ә ҡайһы берҙәре оҙайтмай. Йәшәү урыны табырға ярҙам итәбеҙ. Әгәр кемдеңдер хәле бик киҫкен булһа, вәкилебеҙ Роман Владимировичтың тура номеры барул бөтә ватандаштарыбыҙ менән бәйләнештә тора, – тине министр.

Фото: скриншот. 

Автор: Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас