Дүшәмбе, 2 мартта, хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ВКС режимында Башҡортостанда 12-се полилингваль мәктәпте асты. Тантанала уҡытыусылар, балалар һәм уларҙың ата-әсәләре ҡатнашты.
— Был аҙнаны күңелле ваҡиғанан башларға тәҡдим итәм. Бөгөн Әбйәлил районында республикала 12 полилингваль мәктәпте асабыҙ. Мәктәп ҙур, матур. Ул ҙур төҙөлөш эштәре барған ерҙә урынлашҡан. Мәктәп балалар баҡсаһы менән берләштерелгән, Асҡар ауылы өсөн яңы социомәҙәни үҙәк булыр тип ышанам, – тине Радий Хәбиров.
Ул шулай уҡ мәктәп уҡыусыларына яҡшы уҡыуҙарын теләне, Башҡортостандың бөтә уҡытыусыларына хеҙмәттәре, ысын илһөйәрҙәр тәрбиәләүҙәре өсөн рәхмәт әйтте.
Әбйәлил районы башлығы Айрат Әминев үҙенең докладында «Хазина» мәктәбенең асылыуын тотош район өсөн ҙур байрам булып тороуын белдерҙе һәм районға етди иғтибары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Уның һүҙҙәренсә, мәктәп – 640 уҡыусыға, ә мәктәп ҡарамағындағы балалар баҡсаһы 160 балаға иҫәпләнгән.