Пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәре – Юғары баш командующий В. В. Путин һәм оборона министры А. Р. Белоусов Ҡарарына ярашлы ойошторолған өҫтөнлөклө ғәскәрҙәр төрө.
Был – бик кәрәкле аҙым, сөнки бөгөн махсус хәрби операция зонаһында хәрби заданиеларҙың күп өлөшө, хәрбиҙәр белдереүенсә, 80 процентҡа тиклеме дрон ҡулланыу менән алып барыла. Уларҙың хәҙерге хәрби хәрәкәттәге әһәмиәте шул тиклем артты, операцияларҙың һөҙөмтәлелеге күп осраҡта пилотһыҙ системалар менән идара итеү сифатына бәйле.
Быға тиклем пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары башҡа подразделениеларға ҡараһа, хәҙер инде был үҙаллы ғәскәр төрө. Унда юғары квалификациялы белгестәр – утлы ҡорал менән түгел, ә дрондар менән оҫта ҡулланыусылар хеҙмәт итәсәк. Әле был ғәскәргә операторҙар йыйыу дауам итә.
Пилотһыҙ ғәскәр системаһында хеҙмәт итергә теләүселәр барлыҡ түләүҙәрҙе һәм социаль гарантияларҙы тулыһынса ала, әммә айырым өҫтөнлөктәр ҙә ҡаралған. Әгәр һин – Рәсәй гражданы һәм һиңә 18-ҙән 45-кә тиклем йәш, һаулыҡ торошо буйынса яраҡлы икәнһең, Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә була.
Пилотһыҙ системалар ғәскәре яугире булғандар ыңғай 1,4 миллион һум аҡса алыу һәм тотош ғаилә өсөн 50-гә яҡын ташламанан файҙаланыу мөмкинлегенә эйә.
Шуны билдәләргә кәрәк, пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүҙең өҫтөнлөктәре бихисап. Әйтәйек, операторҙар өсөн хәүефһеҙлектең иң юғары кимәле тәьмин ителә. Улар хәрби бәрелеш урындарынан алыҫта хеҙмәт итә. Шулай уҡ Оборона министрлығы хеҙмәт үҙенсәлектәренә нығыраҡ төшөнөү өсөн бер йыллыҡ контракт төҙөргә тәҡдим итә. Контрактҡа ярашлы, хәрбиҙе пилотһыҙ осоусы аппарат менән идара итеүгә бәйле икенсе һөнәргә йәки ғәскәргә күсереү мөмкин түгел. Улар ҡануниәт менән ҡаралған барлыҡ түләүҙәр, ташламалар һәм социаль гарантиялар менән файҙалана.
“Геймер тәжрибәһе” йәки радиосамолетҡа, дронға идара итеү, “VR”ҙы файҙаланыу тәжрибәһе булғандар, пилотһыҙ һауа судноларына идара итеү тураһындағы уҡыуға сертификаты танытмаһы булғандар алына. Ә ауыр енәйәттәр өсөн хөкөм ителгәндәр хеҙмәткә алынмай, башҡа төрлө хөкөмдәр тураһындағы ҡарар шәхсән рәүештә хәл ителә.
Студенттарға ла айырым шарттар ҡаралған. Әйтәйек, теләүселәр академик ял алып контракт төҙөй ала. Хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң инде бюджетта уҡыуын дауам итәсәктәр. Хеҙмәт иткәндә ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшеүселәргә 50 мең һумдан 500 мең һумғаса түләүҙәр ҡаралған.
Тулыраҡ мәғлүмәт менән 122 номерына шылтыратып танышырға мөмкин йәки хәрби комиссариатҡа килергә була. Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет, никахҡа инеү һәм балаларҙың тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтары (булғанда), белем алыу тураһындағы документтар кәрәк.
Фото: социаль селтәрҙән.