2 мартта иртәнсәк Иҫке Күскилде ауылында биш бала тәрбиәләүсе Аскабаловтар ғаиләһе йәшәгән йорт яна. Был мәлдә өйҙә ике өлкән кеше һәм бер йәштән 16 йәшкә тиклемге дүрт бала була.
“Алты кеше лә янғын һүндереүселәр килгәнгә тиклем үк янған бинанан сығып өлгөрә. Ҡубияҙ һәм Урмияҙ ауылы хакимиәттәренең ирекле янғын һүндереү командалары көсө менән янғын һүндерелә. Һәләк булыусылар юҡ. Әле янғындың сәбәптәре асыҡлана. Күп балалы ғаилә әлегә туғандарында йәшәп тора”, — тип хәбәр иттеләр ауыл биләмәһе хакимиәтенән.
Барлыҡ битараф булмаған кешеләрҙе күп балалы ғаиләгә ярҙам итергә саҡырабыҙ. Ғаиләгә кейем, постель кәрәк-ярағы, шәхси гигиена әйберҙәре кәрәк. Әйберҙәрҙе Асҡын ауылы, Совет урамы, 15-се йортта 19-сы кабинетта урынлашҡан Ғаилә хеҙмәтенә килтерә алаһығыҙ.
Хөрмәтле райондаштар! Сауаплы ғәмәлдәр башҡара торған Изге Рамаҙан айы бара. Ураҙа фытырын бәләгә тарыған ғаиләгә бирергә теләүселәр булһа, тағы ла яҡшыраҡ.
Кейем алып килергә уйлағандарға мәғлүмәт:
Отец - Аскабалов Руслан Назифович 06.03.1989 г. р, размер одежды(примерно) 50-52, рост 170 см.;
Мать - Аскабалова Лиана Магнавеевна - 29.05.1988 г. р, размер одежды(примерно) 46-48, рост 150 см.; Дети:
Аскабаловтар ғаиләһенә бергәләп ярҙам итәйек! Хәүеф-хәтәрҙәр урап үтһен, һаҡ булайыҡ! Бер-беребеҙгә иғтибарлы һәм ярҙамсыл булайыҡ!
Фото: ГУ МЧС России по РБ / Max-канал