Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Март , 16:45

Аҡ халатлылар ярышты

Балтаста Башҡортостандың Бөрө һаулыҡ һаҡлау медицина округы хеҙмәткәрҙәре араһында ҡышҡы спартакиада үткәрелде. Был юлы улар “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексы һәм “Көньяҡ” микрорайонындағы саңғы трассаһында үҙҙәренең физик әҙерлеген, команда рухын һәм спортҡа булған һөйөүен күрһәтте.

Аҡ халатлылар ярышты
Аҡ халатлылар ярышты

 

Ярыштарҙа Балтас, Ҡариҙел, Мишкә, Борай, Асҡын һәм Бөрө райондарынан килгән командалар ҡатнашты. Спорт байрамы күптән көтөлгөн ваҡиға булып, райондар араһындағы элемтәне нығытыуға, коллективтарҙа спорт традицияларын үҫтереүгә этәргес бирҙе.

Сараның тантаналы өлөшөндө Башҡортсотан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева, Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика ойошмаһы рәйесе Рауил Хәлфин, район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Эльмар Ғәлимйәнов, Балтас үҙәк район дауаханаһының баш табибы Салауат Ғилметдинов командаларҙы сәләмләп, ярыштарҙа уңыштар теләне.

  • Киләсәктә лә бындай спорт байрамдарын күберәк үткәреү, хеҙмәт коллективтарында спортты популярлаштырыу, хеҙмәткәрҙәрҙең сәләмәтлеген нығытыу беҙҙең уртаҡ маҡсат булырға тейеш. Сөнки сәләмәт хеҙмәткәр көслө һаулыҡ һаҡлау системаһы нигеҙе булып тора, — тип билдәләне Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика ойошмаһы рәйесе Рауил Хәлфин.

Ярыштар программаһы бай ине. Командалар саңғы ярышы, өҫтәл теннисы, йөҙөү, тюбингтарҙа эстафета, “Күңелле старттар” кеүек традицион бәйгеләрҙә үҙҙәрен һынаны. Ярыштар һәр ҡатнашыусынан көс, етеҙлек, тапҡырлыҡ һәм, әлбиттә, команда булып эшләй алыу һәләтен талап итте.

Һөҙөмтәлә Борай үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре иң спорт һөйөүсән коллектив булып танылды. Балтас үҙәк район дауаханаһы командаһы ла юғары нәтижәләр күрһәтте: саңғы ярышында — 2-се, өҫтәл теннисында — 3-сө, йөҙөү буйынса, тюбингтарҙа эстафетала — 2-се, “Күңелле старттар”ҙа 1-се урын яулап, дөйөм иҫәптә 2-се урын яуланы. 3-сө урынға Бөрө үҙәк район дауаханаһы командаһы лайыҡ булды.

Спартакиада спорт ярышы ғына түгел, ә медицина хеҙмәткәрҙәренең берҙәмлеген күрһәтеүсе, аҡ халатлылар араһында дуҫлыҡты һәм татыулыҡты нығытыусы мөһим сара ла булды. Төрлө рйондарҙан йыйылған командалар ярыштың һәр мәлендә бер-береһен рухландырып, көс биреп, еңеү юлынан бергә атланы.

Фирғәт Нәбиуллин.

 

Аҡ халатлылар ярышты
Аҡ халатлылар ярышты
Аҡ халатлылар ярышты
Аҡ халатлылар ярышты
Аҡ халатлылар ярышты
Аҡ халатлылар ярышты
Аҡ халатлылар ярышты
Аҡ халатлылар ярышты
Аҡ халатлылар ярышты
Аҡ халатлылар ярышты
Автор:
Читайте нас