Бөгөн Башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнә. Был дата тиккә генә һайланмаған: яҙҙың тәүге көнө яңы тормоштоң башы кеүек ҡабул ителә. Халҡыбыҙ иһә элек-электән ғаилә йолаларын хөрмәт итә, быуын нәҫелдәрен белергә ынтыла. Ғаилә ҡороу, уның ҡиммәттәрен һаҡлау, ырыу-нәҫелде дауам итеү – йәшәйештең төп мәғәнәһе.
Һәр кемдең тормош юлы тап ғаиләнән башлана. Яҡындарыңа хәстәрлек, туған телеңә һөйөү, Тыуған илеңә тоғролоҡ, туғандарыңды ҡәҙерләү, олоно – оло, кесене кесе итә белеү, хеҙмәт һөйөү, намыҫ – барыһы ла ғаиләлә тәрбиәләнә. Ғаилә йылыһы иһә һәр кемгә кәрәк.
Районыбыҙҙа ла татыу, талантлы, йүнсел, илһөйәр һәм телһөйәр балалар тәрбиәләгән ғаиләләр байтаҡ. «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2026» асыҡ республика конкурсының төбәк этабында районыбыҙ данын яҡлаған талантлы ғаиләләр менән ғорурланабыҙ:
«Ғаилә кәсебе» номинацияһында беренсе урынды Нуртдиновтар ғаиләһе яуланы.
“Күп балалы ғаилә” номинацияһында Сабировтар ғаиләһе еңеүсе булды.
“Ғаилә ижады” номинацияһында беренсе урын Ғәлимовтар ғаиләһенә бирелде.
Ғаиләләрҙе лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
Һәр ғаиләлә сабый тауышы тынмаһын, ел-дауылдар урап үтһен, татыулыҡта һәм именлектә йәшәргә насип итһен!
Имен, татыу, ырыҫлы, мөхәббәтле булһын ғаиләләр! Байрам менән!