Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Март , 10:00

Эше менән дә, тормошонда ла бәхетле

8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан “Башҡортостан” гәзите “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә “Донъя күрке – гүзәл зат” тигән конкурс үткәрә. Был бәйгелә райондашыбыҙ,  Асҡын район Мәҙәниәт йортоноң күмәк кеше ҡатнашлығындағы тамашалар режиссеры, “Хазина” башҡорт халыҡ  фольклор коллективы етәксеһе Зәнилә Рыбина ҡатнаша. Түбәндәге һылтанма буйынса тауыш бирергә: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll699fef2cce860812eb094844

Эше менән дә, тормошонда ла бәхетле
Эше менән дә, тормошонда ла бәхетле

Тап ошондай сараларҙы район мәҙәниәт йортоноң күмәк кеше ҡатнашлығындағы тамашалар режиссеры, “Хазина” башҡорт халыҡ  фольклор коллективы етәксеһе Зәнилә Мулланур ҡыҙы Рыбина ойоштора. Күптәр өсөн ул күмәк кеше ҡатнашлығындағы саралар режиссеры ғына түгел, ә халыҡ мәҙәниәтен һаҡлаусы, үҙенә тартып тороусы үҙәк тә.

Зәнилә Мулланур ҡыҙының  һөнәр һайлауы осраҡлы түгел. Үҙенең тормошон ул ижадһыҙ, сәхнәһеҙ, тамашасыһыҙ  күҙ алдына ла килтермәй.  Шул ваҡыттан һуң байтаҡ йылдар үтә, ләкин һөнәренә тоғролоғо юғалмай. Бөгөн ул күмәк кеше ҡатнашлығында сағыу тамашалар ғына ҡуймай, “Хазина” халыҡ башҡорт фольклор коллективы етәксеһе булараҡ та мәҙәни мираҫыбыҙҙы  һаҡлай.

“Хазина” – ысынлап та, урындағы мәҙәниәттең ынйыһы булып тора. Зәнилә Мулланур ҡыҙы етәкселегендә артистар боронғо йолаларҙы, йыр һәм бейеүҙәрҙе тергеҙә. Ошо рәүешле тамашасыларға ата-бабаларыбыҙҙың аҡылын, йолаларын  еткерә.

Ғаиләһенән дә уңған конкурсантыбыҙ. Зәнилә Мулланур ҡыҙы – иренә яратҡан тормош иптәше, ике матур ҡыҙына һөйөклө әсәй. Үҙенең ғаиләһенән ул яңы бейеклектәргә үрләү өсөн көс, ҡеүәт ала.

Эшенән дә уңған, яҡындарының иғтибарын, ҡәҙерен тойоп йәшәгән Зәнилә Рыбинаға ҡарап уның ни тиклем бәхетле кеше булыуын күрәбеҙ.

- Тап Зәнилә Мулланур ҡыҙы кеүектәр районыбыҙҙың мәҙәни тормошон ысын мәғәнәһендә сағыу һәм бай итә, – ти уның хаҡында коллегалары.

Зәнилә ханым был конкурста ла һынатмаҫ, уға тик уңыштар теләйбеҙ.

Фото: шәхси альбомдан.  

✅ Дуҫтар! Еңеүселәрҙе билдәләгәндә түбәндәгеләрҙе мотлаҡ башҡарырға онотмағыҙ:
✅ “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөнә (vk.com/gazetabashkortostan) яҙылырға;
✅ “Башҡортостан” гәзитенең МАХ каналына Присоединяйся к каналу по ссылке: max.ru/gazetabash... ҡушылырға;
✅ лайыҡлы тип тапҡан гүзәл зат өсөн тауыш бирергә.

 

🎁🎁🎁 Конкурс 8 мартҡа тиклем дауам итә. Шул көндә, 21.00 сәғәттә, иң күп тауыш йыйған өс еңеүсебеҙ асыҡланасаҡ.

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2026-03-01/as-yn-g-z-len-arshy-aly-y-4597226

Эше менән дә, тормошонда ла бәхетле
Эше менән дә, тормошонда ла бәхетле
Эше менән дә, тормошонда ла бәхетле
Эше менән дә, тормошонда ла бәхетле
Эше менән дә, тормошонда ла бәхетле
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас