“Башҡортостан” полкында хеҙмәт иткән “Зорге” позывнойлы яугир пилотһыҙ осоу аппараттарының һуғыштағы роле хаҡында һөйләне. Айрат Низаметдинов – миномет батареяһы расчеты командиры, махсус хәрби операцияла дүрт йыл инде хеҙмәт итә һәм һуғыш яланының ошо осорҙа нисек үҙгәреш кисереүен яҡшы белә.
“Фронт эволюцион үҙгәреш кисерҙе, пилотһыҙ осоу аппараттарынан тыш еңеү булмаясаҡ. Улар – беҙҙең күҙҙәр. “Тап ошо “ҡошсоҡтар” тәүге сираттағы маҡсаттар менән шөғөлләнә. Миномет батареяһы күҙҙәрһеҙ ата алмай. Беҙҙең эштең төп күрһәткесе – дошманды юғалтыу һаны”, – тине “Зорге”.
Яугирҙең әйтеүенсә, дошман дрондарҙы 2014 йылдан алып ҡуллана. Рәсәй Ҡораллы көстәренә һуғыш барышында уларҙы өйрәнергә тура килгән. Хәҙер хәрби хеҙмәткәрҙәр һуғыштың яңы шарттарына тулыһынса яраҡлашҡан. Башҡортостан был йәһәттән дә алда, республика етәксеһе Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә 1 апрелдән пилотһыҙ осоу аппараттарын етештереүҙе 50 процентҡа арттырасаҡтарын белдерҙе. “Зорге”ның әйтеүенсә, был батальон өсөн бик ҙур ярҙам буласаҡ.
Ул ил Президентының пилотһыҙ системалар ғәскәрен төҙөү тураһындағы ҡарарын хуплай һәм йәштәрҙең унда хеҙмәт итергә теләүенә ыңғай ҡарашта. Бала саҡтан компьютерҙа уйнап үҫкән егеттәр өсөн хеҙмәтте үҙләштереү ауыр булмаясаҡ, тип иҫәпләй яугир. Дрондарҙы тыныс тормошта ла ҡулланып буласаҡ.
Телеграм каналында “Башҡортостан” пилотһыҙ ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт” чат-боты асылды. Виртуаль ярҙамсы Рәсәй Ҡораллы көстәренең Пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәрендә хеҙмәт тураһындағы көнүҙәк һорауҙарға яуап алырға ярҙам итәсәк.
Уға тиклем контракт буйынса саҡырыу тураһында баш.бат.рф. сайты яңыртылды. Махсус хәрби операция үткәреү зонаһында хеҙмәт итергә теләүселәр өсөн портал Пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәренең өҫтөнлөктәре тураһында мәғлүмәт менән тулыландырылды.
Был төп өҫтөнлөктәрҙе ҡарап үтәйек. Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары өсөн юғары хәүефһеҙлек саралары ҡаралған. Уларҙың хеҙмәте алғы һыҙыҡтан алыҫ ерҙә үтә.
Оборона министрлығы һығылмалы хеҙмәт срогын тәҡдим итә. Контракт бер йылдан алып төҙөлә, был хеҙмәт үҙенсәлектәрен баһаларға мөмкинлек бирә. Хәрби кеше хеҙмәттән китә йәки яңы контракт төҙөй ала.
Яугирҙәргә белгеслектәрҙе һаҡлау гарантиялана. Хәрбиҙе, уның ризалығынан тыш, пилотһыҙ осоу аппараттары менән бәйләнмәгән башҡа белгеслеккә йәки ғәскәрҙәрҙең башҡа төрөнә күсерергә ярамай.
Был өлкәләге контрактниктар тулы социаль пакет ала. Уларға закон тарафынан ҡаралған бөтә түләүҙәр, льготалар, социаль гарантиялар ҡағыла.
Бынан тыш, студенттар өсөн махсус шарттар бар. Вуздарҙа уҡыусылар, академик ял алып, контракт төҙөргә хоҡуҡлы, ә хеҙмәттән һуң бюджетҡа уҡырға инә аласаҡ.
Фото: шәхси архивтан.