Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Март , 20:20

Биш ирҙең дүртәүһе һәләк булған, берәүһе — ауыр хәлдә дауаханала

Башҡортостандан биш ир 20 февралдә юғала. Тик уларҙы 26-һында ғына эҙләй башлайҙар... Бөгөн ҡурҡыныс яңылыҡтар билдәле булды.

Биш ирҙең дүртәүһе һәләк булған, берәүһе — ауыр хәлдә дауаханала
Биш ирҙең дүртәүһе һәләк булған, берәүһе — ауыр хәлдә дауаханала

Февраль аҙағында Өфөнән биш дуҫ автомобилдәрҙә Пермь крайына сығып китә. Улар машиналарын бер ауылда ҡалдырып, артабан 100 километрҙы ҡарғиҙәрҙәрҙә урап килергә тейеш була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ниәтләгәндәренсә, 23-24 февралдә әйләнеп ҡайтмайҙар. 

Төркөмдәрен МЧС-та теркәтмәгән булалар. Һәм уларҙы 26 февралдә генә эҙләй башлайҙар.

Бөгөн көндөҙ ҡотҡарыусылар өсәүһен табып алалар, тик ике ир һәләк булған була инде, бер генә кеше иҫән - уның тәне ныҡ өшөгән. Үҙен дауаханаға алып китәләр.

Ҡалған икәүҙе эҙләү дауам итә һәм яңыраҡ насар хәбәр билдәле булды: улар ҙа һәләк булған.

Турист ирҙәр ниндәй бәләгә тарыған һуң? Баҡһаң, уларҙың бер ҡаргиҙәре боҙолған. Өс кеше урында ҡала, икәү ярҙам артынан китә. Шул уҡ мәлдә көслө буран башлана. Техника янында ҡалған ике ир өшөүҙән һәләк була, өсөнсөһөн иҫән килеш табалар.

Ярҙам артынан юлланған ирҙәрҙе лә һуңғараҡ йәнһеҙ килеш табалар. Улар ҙа туңып үлгән.   

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәбиғәттең үҙ закондары, һаҡ булырға, хәүефһеҙлек сараларын күҙ уңында тоторға кәрәк. Һәләк булыусыларҙың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: соцселтәрҙән. 

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Биш ирҙең дүртәүһе һәләк булған, берәүһе — ауыр хәлдә дауаханала
Биш ирҙең дүртәүһе һәләк булған, берәүһе — ауыр хәлдә дауаханала
Автор:
Читайте нас