Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рида Фәғәметдин ҡыҙы Фәхрисламова Асҡын районының Билгеш ауылында тыуып үҫкән. Бөгөн ул баш ҡалабыҙҙағы “Нур” татар дәүләт театрында эшләй. Асыҡ йөҙлө, ихлас, һәр кем менән уртаҡ тел таба белгән билдәле актрисаны тамашасылар күптән үҙ итеп өлгөргән, коллегалары араһында ла оло хөрмәт-ихтирам яулаған ул.
Күренекле яҡташыбыҙ 27 февралдә “Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Рида Фәғәметдин ҡыҙын лайыҡлы награда алыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Уға яңынан -яңы ижади уңыштар, матур-матур ролдәр, тулы зал тамашасылар һәм ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ!
Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, хөрмәтле Рида Фәғәметдин ҡыҙы!