Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Февраль , 10:20

“Йәйғор”ҙа Башҡорт флагы көнө үтте

Бәләкәстәр республикабыҙҙың төп атрибуттары тураһында күп нәмә белде

“Йәйғор”ҙа Башҡорт флагы көнө үтте
“Йәйғор”ҙа Башҡорт флагы көнө үтте

Урмияҙ ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһында республикабыҙҙың төп атрибутына арналған фәһемле сара үтте.

Тәрбиәсе Лениза Хәбибуллина йәсле төркөмө бәләкәстәренә Башҡортостан флагының тарихы, төҫтәренең нимә аңлатыуы, уның ҡайҙарҙа ҡулланылышы тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Сараны дәүләт гимндарын тыңлауҙан башланылар. Лениза Рәүеф ҡыҙы тәрбиәләнеүселәрҙе Башҡортостан Республикаһы етәкселеге менән таныштырҙы, башҡорт халҡының йолалары, милли кейемдәре тураһында бәйән итте. Алған белемдәрҙе нығытыу маҡсатында балалар ҡатырғанан дәүләт флагын эшләне.

Тематик дәрес балаларға бик оҡшаны, тәрбиәсе бәләкәстәрҙең һорауҙарына ла яуап бирҙе.

Илһөйәр Махатова.

“Йәйғор”ҙа Башҡорт флагы көнө үтте
“Йәйғор”ҙа Башҡорт флагы көнө үтте
“Йәйғор”ҙа Башҡорт флагы көнө үтте
“Йәйғор”ҙа Башҡорт флагы көнө үтте
“Йәйғор”ҙа Башҡорт флагы көнө үтте
“Йәйғор”ҙа Башҡорт флагы көнө үтте
“Йәйғор”ҙа Башҡорт флагы көнө үтте
“Йәйғор”ҙа Башҡорт флагы көнө үтте
Автор: Ильсияр Махатова
Читайте нас