Саралар комплексы хәүефһеҙ белем биреү мөхитен булдырыуға һәм уҡыу процесында ҡатнашыусыларҙың белемен арттырыуға йүнәлтелә.
Айлыҡ сиктәрендә түбәндәге саралар үткәрелә:
1. Терроризмға ҡаршы хәүефһеҙлек буйынса инструкциялар.
2. «Балаларҙың хәүефһеҙлеге – ата-әсәләрҙең хәстәрлеге»темаһына дөйөм мәктәп ата-әсәләр йыйылышы.
3. 8-се класс уҡыусылары өсөн буллинг буйынса профилактик дәрестәр.
4. 9-сы класта социаль проблемаларға баҫым яһап, фильмдарҙы анализлау.
5. «Терроризм – йәмғиәткә хәүеф»темаһына әңгәмә.
Уҡыусылар араһында берҙәмлек, мәрхәмәтлелек, илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү, үҙ-үҙеңде һәм яҡындарыңды һаҡлау ҡағиҙәләрен өйрәтеү буйынса эш артабан да дауам ителәсәк, ти уҡытыусылар.