Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Февраль , 14:45

Андрей Назаров Һәм Алексей Текслер Өфөләге Геном үҙәге майҙансығында булды

Силәбе өлкәһенең рәсми делегацияһының Башҡортостан Республикаһына сәфәре сиктәрендә Андрей Назаров һәм Алексей Текслер Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең донъя кимәлендәге Өфө вуз-ара кампусындағы Геном үҙәге майҙансығында булды.    

Андрей Назаров Һәм Алексей Текслер Өфөләге Геном үҙәге майҙансығында булды
Андрей Назаров Һәм Алексей Текслер Өфөләге Геном үҙәге майҙансығында булды

Объект 2025 йылдың апрелендә сафҡа индерелә һәм кампустың ғилми-тикшеренеү инфраструктураһы элементы булып тора, медицина һәм ауыл хужалығы өлкәһендә фәнни-технологик продукттарҙы уҡытыу, тикшереү һәм эшләү өсөн мөмкинлектәр бирә.

Геном үҙәгенә сәфәр барышында ҡунаҡтарға мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә квалификациялы белгестәр әҙерләү өсөн илдәге иң ҙур «Мәктәп21+» программалау мәктәбе майҙансығын күрһәттеләр. Мәктәп Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән «Сбер»ҙың үҙ-ара килешеп эш итеүе һөҙөмтәһендә асылды.

Билдәләп үтергә кәрәк, Силәбе өлкәһе, Башҡортостан кеүек үк, үҙенең кампусын төҙөй, был йүнәлештә иң яҡшы тәжрибәләр менән алмашыу буйынса үҙ-ара эш итеүҙе үҫтереү мөмкинлеген аса.

- Кампустарыбыҙ, бер-беребеҙҙе тулыландыра алған йүнәлештәрҙең киң спектрын иҫәпкә алып, үҙ-ара һөҙөмтәле эш итә алыр, тип уйлайым. Беҙҙең төбәктәрҙә тормошҡа ашырылған яңы һәм заманса проекттарҙы берләштереү визитыбыҙҙың мөһим һөҙөмтәләренең береһе булды, тип иҫәпләйем, - тип билдәләне Алексей Текслер.

Геном үҙәге эше сиктәрендә генетик анализ өсөн диагностик тест-системалар, фенотип һәм геном мәғлүмәттәрен һаҡлау өсөн платформалар, шулай уҡ йәшәү сифатын яҡшыртыу өсөн башҡа технологик эшләнмәләр эшләнә. Үҙәктә геномика һәм биоинформатика буйынса белгестәр әҙерләүгә йүнәлтелгән белем биреү программаһы тормошҡа ашырыла, был медицина һәм биотехнологияларҙың алдынғы өлкәләрендә эшләү өсөн юғары квалификациялы профессионалдар әҙерләргә мөмкинлек бирәсәк.

Андрей Назаров һөйләүенсә, Өфө кампусының беренсе сират объекттарын сафҡа индереү төбәктең алдынғы юғары уҡыу йорттары араһында ғилми-тикшеренеү эштәрен үҫтерергә мөмкинлек бирҙе. Кампус шулай уҡ республиканың индустриаль партнерҙары менән үҙ-ара эш итеүгә ыңғай йоғонто яһай. Өфө кампусының икенсе сиратын төҙөү 2026 йылдың аҙағына тиклем тамамланыр тип көтөлә.

– Беҙҙең төбәктәр ошондай кампустар төҙөүҙең һуңғы стадияһына килеп етте. Быйыл беҙ илдә беренселәрҙән булып икенсе төп сиратты тулыһынса тапшырырға һәм эшләгәндәребеҙ менән уртаҡлашырға, ә күршеләребеҙҙән яҡшыраҡ эшләнмәләрҙе ҡыҙыҡһынып үҙләштерергә әҙербеҙ. Был визит ике төбәк араһындағы мөнәсәбәттәргә өҫтәмә этәргес бирер, тип ышанам, – тип фекерен уртаҡлашты Андрей Назаров.

БЕЛЕШМӘ

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың йөкмәтеүе буйынса илдә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға 25 кампус барлыҡҡа киләсәк. Эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы контролдә тота. Әле «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 кампус проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа етәсәк.

Өфөнөң вуз-ара кампусы – 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу фәнни комплексы, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, скверҙар һәм башҡа төрлө уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар киңлеге.

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
 
Автор:
Читайте нас