Йәнтөйәк
-8 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Февраль , 10:20

Ифтар – сауаплы мәжлес

Иҫке Ҡаҙансы ауылы мәсетендә ҙур ойошҡанлыҡ менән  ифтар мәжлесе үтә.

Ифтар – сауаплы мәжлес
Ифтар – сауаплы мәжлес

Изге Рамаҙан айы бара. Ошо уңайҙан  мәсеттәрҙә, өйҙәрҙә ифтар аштары уҙғарыла. Иҫке Ҡаҙансы ауылы  мәсетендә лә ифтар мәжлесе ҙур ойошҡанлыҡ менән үтә.

— "Ағинәйҙәр" ойошмаһы ағзалары Иҫке Ҡаҙансы, Урманкүл, Мутайылға, Йәнкиҫәк ауылдары ағинәйҙәрен һәм ир-егеттәрҙе ифтар мәжлесенә йыйҙы.

Ауылыбыҙҙың имамы  Ғәбдрәхим хәҙрәт Сафин  илебеҙгә тыныслыҡ, бәрәкәт, махсус хәрби опҽрацияла ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙҙең имен-һау тыуған ерҙәренә әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп, аяттар уҡыны.

Бергәләп тәрәүих намаҙын да уҡыныҡ.

Аллаға шөкөр, ауылдарҙа йылдан-йыл ураҙа тотоусылар арта. Беҙ алдан уҡ ифтар мәжлестәрен үткәреү өсөн сират яҙылып ҡуябыҙ. Көн дә алдан һөйләшелгән кешелә ифтарға йыйылабыҙ. Күмәк теләк ҡабул була, тиҙәр. Беҙҙең дә теләк бер:  Тыуған илебеҙҙә  тыныс тормошта ғына йәшәргә яҙһын, Раббым Аллаһым!Яугир ир-егеттәребеҙ иҫән-һау тиҙерәк Еңеү менән әйләнеп ҡайтһын!

Тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул булып, изге Рамаҙан айы мөбәрәк булһын! Күркәм ай изге ғәмәлдәрҙе күберәк ҡылып, яманлыҡтарҙан йыраҡ тороп, файҙалы ғилемдәр алып, күңелдәрҙе паклап, иманыбыҙҙы нығытыу айы булып торһон һәммәбеҙгә лә! — тип һөйләне Ҡаҙансы төбәге ағинәйҙәрен етәкләүсе Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы Зарипова.

Наилә Имаева.

Ифтар – сауаплы мәжлес
Ифтар – сауаплы мәжлес
Ифтар – сауаплы мәжлес
Ифтар – сауаплы мәжлес
Ифтар – сауаплы мәжлес
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас