Йәнтөйәк
-8 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Февраль , 16:15

Үҙегеҙҙе яҡшыраҡ йәшәгәндәр менән сағыштырмағыҙ

Бурыстан ҡотолоу өсөн доға тәҡдим итәбеҙ. 

Үҙегеҙҙе яҡшыраҡ йәшәгәндәр менән сағыштырмағыҙ
Үҙегеҙҙе яҡшыраҡ йәшәгәндәр менән сағыштырмағыҙ

“Кем һеҙҙән насарыраҡ йәшәй, шуларға ҡарағыҙ һәм үҙегеҙҙе һеҙҙән яҡшыраҡ йәшәгәндәр менән сағыштырмағыҙ. Аллаһ тарафынан бирелгән байлығығыҙҙы кәм күрмәгеҙ”, тигән Пәйғәмбәребеҙ.

Бурыстан ҡотолоу өсөн доға тәҡдим итәбеҙ:

“Аллаһүммәкфинии бихәләәликә ғән харамикә үә әғнинии бифадликә ғәммән сиүәәк”.

Мәғәнәһе:

Аллаһым! Миңә хәләл малыңды харамға ҡарағанда етерлек итеп күп бир. Үҙеңдең рәхмәтең менән Һинән башҡаға мохтаж булыуҙан һаҡла.

Ураҙа ни тиклем һәйбәт, етеш йәшәүебеҙгә йәнә бер ҡат инандыра, булғандың ҡәҙерен белергә өйрәтә. Рамаҙан мәктәбен лайыҡлы үтәйек, тотҡан ураҙаларыбыҙ, теләк-доғаларыбыҙ ҡабул ителһен, ғаиләләребеҙгә, илебеҙгә именлек насип булһын!

27 февралгә сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ. Таблица Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән.

Автор: Дилбәр Ишморатова
 
Автор:
Читайте нас