Мәктәп лидерҙары алдында Ҡариҙел 1-се мәктәбенең «президенты» Анастасия Яковлева урындағы ойошманың эшмәкәрлеге буйынса сығыш яһаны. Ул Шишмә районының «Патриот» хәрби-патриотик паркында уҡыусыларҙың үҙидара слетында ҡатнашҡан һәм унда тыуған идеялары, тәьҫораттары менән дә уртаҡлашты. Уҡыусы бындай сараларҙың шәхси үҫеш һәм буласаҡ лидерҙарҙың оҫталығы өсөн әһәмиәтен билдәләне.
Программа буйынса йәштәр өсөн ҡыҙыҡлы, лидерлыҡ сифаттарын һынау өсөн мауыҡтырғыс этаптар ҙа әҙерләнгәйне.
Бынан тыш, тәрбиә буйынса кәңәшселәргә лә аралашыу майҙансығы ойошторолдо. Бында һәр педагог үҙ фекерен белдереп, ҡыҙыҡһындырған һорауҙар биреп, хатта шәхси маҡсаттарын һәм ынтылыштарын билдәләп, теләктәр картаһын төҙөй алды.
Район хәрәкәтенең координаторы Айгөл Дәүләтшина сараның ижад, энергия һәм яңы идеялар байрамына әүерелеүен, ҡатнашыусыларға илһам һәм алға ынтылыш бүләк итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Марат Бүләков.