Йәнтөйәк
-15 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Февраль , 19:40

Силәбе өлкәһе Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары "Китап" магазинында булды

Өфөгә Силәбе өлкәһенән губернатор Алексей Текслер етәкселегендәге делегация килде.    

Силәбе өлкәһе Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары "Китап" магазинында булды
Силәбе өлкәһе Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары "Китап" магазинында булды

Өфөгә Силәбе өлкәһенән губернатор Алексей Текслер етәкселегендәге делегация килде. Бөгөн Силәбе өлкәһе Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Сергей Зюсь "Китап" фирма магазинында булды. БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев ҡунаҡтарҙы яңы китаптар менән таныштырҙы. Сергей Зюсь баҫмаларҙың сифатын һәм дизайнын юғары баһаланы. 2026 йылда рус телендә Ҡамса Мортазин әҙерләгән “Силәбе башҡорттарының рухи донъяһы” китабы донъя күрәсәк. Антологияла Силәбе өлкәһе башҡорттарының рухи мәҙәниәте буйынса тарихи-биографик һәм әҙәби-тыуған яҡты өйрәнеү материалдары тәҡдим ителәсәк, унда халыҡ ижады өлгөләре һәм әҙәби әҫәрҙәр индерелгән. "Китап" нәшриәте директоры Эльмира Хәйретдинова һөйләүенсә, беҙҙең китаптарҙы Арғаяш ауылында һәм Силәбенең өс нөктәһендә һатып алырға мөмкин.

Бынан тыш, маркетплейс мәғлүмәттәренән күренеүенсә,  “Китап” нәшриәте продукцияһына Силәбе өлкәһе халҡы йыш ҡына онлайн заказ бирә. Шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина менән Сергей Зюсь республика баҫмалары ассортименты менән танышты. Сергей Валерьевич уларҙың төбәгендә 38 муниципаль гәзит сығарыуҙары хаҡында һөйләне. Уны Башҡортостан баҫмаларының күп телле булыуы ғәжәпләндерҙе: республикабыҙҙа алты телдә гәзит-журналдар сыға. Силәбе өлкәһендә лә тел сәйәсәтенә айырым иғтибар бирелә. Максим Ульчев Силәбе журналистарына һәм спикерҙарына июнгә планлаштырылған “Медиайыйын” республика медиафорумында ҡатнашырға тәҡдим итте. Зюсь был тәҡдимде хупланы һәм үҙ сиратында Башҡортостан журналистарын тиҙҙән Силәбе өлкәһендә үтәсәк “Медиагора-2026” төбәк-ара форумына саҡырҙы.

Фото: БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы матбуғат хеҙмәте. 

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2026-02-25/sil-be-lk-e-h-k-m-te-r-yese-urynba-ary-kitap-magazinynda-buldy-4592745

Силәбе өлкәһе Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары "Китап" магазинында булды
Силәбе өлкәһе Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары "Китап" магазинында булды
Силәбе өлкәһе Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары "Китап" магазинында булды
Автор:
Читайте нас