Йәнтөйәк
-2 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
25 Февраля , 05:20

Саҙаҡа биреп, ауырыуҙарығыҙҙы дауалағыҙ...

Фәрештәләр саҙаҡаға йомарт кеше өсөн көн һайын доға ҡылып тора, тиҙәр. Саҙаҡа тағы ниндәй сауаптарға өлгәштерә? 

Добавить в предпочтительные источники Google
Саҙаҡа биреп, ауырыуҙарығыҙҙы дауалағыҙ...Саҙаҡа биреп, ауырыуҙарығыҙҙы дауалағыҙ...
Саҙаҡа биреп, ауырыуҙарығыҙҙы дауалағыҙ...

Саҙаҡа бөтә насар нәмәләрҙән һаҡлай һәм Раббының асыуын баҫа. 

  1. Саҙаҡа биреү мал-мөлкәтте ишәйтә, ризыҡты арттыра.
  2. Саҙаҡа биреп, ауырыуҙарығыҙҙы дауалағыҙ, тиелә бер хәҙистә. Йәғни саҙаҡа ‒ сирҙән дауа.
  3. Саҙаҡаға йомарт булыу ‒ иманлылыҡ билдәһе.
  4. Саҙаҡа биреү ‒ тәҡүәлеккә ирешеүҙең бер сәбәбе.
  5. Саҙаҡа йәнде сафландыра һәм уның дәрәжәһен арттыра.
  6. Саҙаҡа Ҡиәмәт көнөндә уны биреүсегә күләгә буласаҡ.
  7. Саҙаҡа биреү ‒ Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең холоҡ-фиғеле.
  8. Саҙаҡа биреү туған-тыумасалар араһын нығыта.
  9. Саҙаҡа бөтә насар нәмәләрҙән һаҡлай һәм Раббының асыуын баҫа.
  10. Саҙаҡа ‒ ҡаты бәғерлелектән дауа. Ҡаты бәғерлелеккә зарланған бер кешегә Аллаһ рәсүле етемдең башынан һыйпарға һәм мохтаждарҙы ашатырға кәңәш иткән.
  11. Саҙаҡа ‒ Тамуҡ утынан ҡотолоуҙың бер сәбәбе.
  12. Саҙаҡа хата-гонаһтарҙы юя.
  13. Саҙаҡа биреү – Аллаһтың һөйөүенә ирешеүгә бер сәбәп.
  14. Фәрештәләр саҙаҡаға йомарт кеше өсөн көн һайын доға ҡылып тора.
  15. Ҡайһы бер саҙаҡа өсөн әжер-сауаптар кешегә уның үлеменән һуң да яҙылып тора.

«Ваҡыт» гәзитенән.

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
 
Автор:
Читайте нас