Йәнтөйәк
-15 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Февраль , 16:30

Үпкәләтһәләр...

Ауыр тойғо йәнегеҙҙе әрнетһә, ошо доғаны уҡығыҙ.    

Үпкәләтһәләр...
Үпкәләтһәләр...

 

Әлбиттә, тормош булғас, ғаилә кәмәһенең ҡомға терәлгән саҡтары ла бар. Элек бындай хәлдә, динебеҙ ҡанундарына ярашлы, ике яҡтан вәкилдәр килеп, ир менән ҡатынды яраштырырға ынтылған.

Үпкәләшеп йөрөү өс көндән ашмаһын, тиелә динебеҙҙә. Тынысланып, бер-береңде ғәфү итергә ынтылырға кәрәк. Һөйләшмәй, йән көйөп йөрөү кеше организмына кире йоғонто яһай, шуға ла һаулыҡты һаҡлауға өҫтөнлөк биреү дөрөҫ буласаҡ.

Күңелдән үпкә тойғоһон сығарыу, асыуҙы баҫыу өсөн доғалар күп. Шуларҙың береһен тәҡдим итәбеҙ:

“Алләһүммә-ғфирли ҙәнби үәҙһәб ғайза ҡабли үә әжирни минәш-шайтанир-ражим”.

Мәғәнәһе:

Әй, Раббым! Гонаһтарымды ярлыҡа, йөрәгемдәге асыуҙы бөтөр, шайтан яуызлыҡтарынан һаҡла.

Ураҙа айында бер-беребеҙгә ҡарата айырыуса иғтибарлы булайыҡ, һәр һүҙебеҙҙе үлсәп һөйләйек, күңел тыныслығын һаҡлайыҡ.

Иртәгәгә, 26 февралгә, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ.

Таблица Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының рәсми ҡушымтаһынан алынды.

Автор: Дилбәр Ишморатова
Автор:
Читайте нас