

Гөмбәләр мәртәбәле ҡунаҡтарҙы — район хакимиәте башлығы Динис Йосопов, Ҡашҡа ауыл биләмәһе башлығы Ринат Ғәләүетдинов, яҡташтарыбыҙ — Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зәүиә Махатова, Ырымбур өлкәһенән тыуған яҡты өйрәнеүсе Радик Нәсәбетдинов, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева, район Советы секретары Рима Нәбиуллина, проект кураторы Гөлзифа Мөхәмәтдинованы ауыл ҡапҡаһы алдында йола буйынса икмәк-тоҙ, сәк-сәк, сәй, буҙа һәм дәртле йыр-бейеү менән ҡаршы алды.
Ҡунаҡтар ауыл урамдарынан үтеп, ауылдың гүзәл тәбиғәте менән танышҡас, урындағы халыҡтың хәстәрлеге һәм тырышлығы менән клубта булдырылған музей мөйөшөндә булды. Артабан “Мәжит” мәсетенә барып, Хәлим хәҙрәттән фатиха алдылар. Балалар өсөн төҙөлгән спорт майҙансығы ла ҡунаҡтарҙың иғтибарынан ситтә ҡалманы. Һәләк булған яугирҙарҙы хөрмәт менән иҫкә алып, обелискыға сәскәләр һалыу ҙа ҙур әһәмиәткә эйә булды.
Динис Рәдис улы һәм башҡа ҡунаҡтар ауылдың ихтирамлы ғаиләләре — Фәнилә һәм Фирҙәүес Нурдәүләтовтар, Сәғит олатай һәм Мәсүә өләсәйҙең дә инеп хәлен белде. Артабан сара сиктәрендә “Бәйге” асыҡ ярышы үтте. Турнир Рәмзил Мәснәүиев етәкселегендә Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренерҙары ярҙамы менән ойошторолоп, махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Гөмбә егеттәре Ғилмияров Дауыт һәм Хафизов Рәшиттең яҡты иҫтәлегенә арналды. Бирелә Гөмбә, Билгеш, Ҡашҡа, Урмияҙ һәм Әмир ауылдары командалары спорт оҫталығын ғына түгел, ә рух көсөн, еңеүгә ынтылышын да күрһәтте.
Еңеүселәрҙе бүләкләгәндән һуң сарала ҡатнашыусылар Гөмбә ауылының иҫтәлекле урыны — Төпһөҙ шишмәлә булды. Бында гүзәл заттар бай өҫтәл әҙерләп, усаҡ өҫтөндә тәмле былау бешереп, ҡунаҡтарҙы күмер самауырынан сәй менән һыйланы.
“Гөмбә — сәләмәтлек һәм айыҡлыҡ биләмәһе” сараһы Ҡашҡа ауыл мәҙәниәт йортонда тантаналы сара менән тамамланды. Бында абруйлы ҡунаҡтарҙың ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны, әүҙемдәр тәбрикләнде. Ижади коллективтарҙың сағыу сығышы тамашасыларға ысын байрам бүләк итте.
Район хакимиәте башлығы Динис Йосопов сығыш яһап, конкурстың әһәмиәте һәм еңеүсе ауылдарҙың район үҫешенә индергән өлөшө хаҡында һөйләне, гөмбәләргә республика этабында уңыштар теләне. Әйткәндәй, Мәҙәниәт йорто фойеһында “Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабында ҡатнашҡан һәм еңеү яулаған Ҡарткиҫәк, Солтанбәк, Төлгөҙбаш, Әмир, Урмияҙ, Ҡашҡа ауылдары вәкилдәре бай күргәҙмә тәҡдим итте. Улар үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашты, гөмбәләрҙән илһам алды һәм киләсәккә ҡыйыу пландар ҡорҙо.
“Гөмбә — сәләмәтлек һәм айыҡлыҡ биләмәһе” йомғаҡлау сараһы “Айыҡ ауыл” конкурсының берҙәм уртаҡ эш, изге ғәмәлдәр, сәләмәт йәшәү рәүешенә, йәнтөйәкте төҙөгөрәк итергә тырышыуҙа халыҡтың берләшеүендә мөһим роль уйнауын тағы бер ҡабат иҫбат итте.
Фәйрүзә Юнысова.