Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
25 Февраль , 04:50

"Айыҡ ауыл" конкурсы халыҡты берләштерә

Яңы Йәлдәк ауылы халҡы һәр саҡ айыҡ һәм сәләмәт тормошҡа өҫтөнлөк бирҙе. Быны иҫбатлай торған эш-ғәмәлдәре күп уларҙың. “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашҡансы уҡ халыҡ тырыш хеҙмәт кенә уңышҡа килтергәнен аңлап йәшәне, ислам диненә ихтирамлы ҡарашта булды, проблемаларҙы уртаға һалып, бергәләп систе.“Айыҡ ауыл” республика конкурсында район данын яҡларға тейеш булғас, йәлдәктәр был эшкә тағы ла тырышыбыраҡ тотондо. Ниндәй генә яҡшы ғәмәлдәр башҡармай улар!

"Айыҡ ауыл" конкурсы  халыҡты берләштерә"Айыҡ ауыл" конкурсы  халыҡты берләштерә
"Айыҡ ауыл" конкурсы халыҡты берләштерә

 Һанап китһәң, байтаҡ. Мәҫәлән, яңы 2026 йылдың беренсе көнөн улар ауыл урамдары буйлап бергә йүгереүҙән һәм ауыл клубында Вострецов ауыл биләмәһе башлығы призына өҫтәл теннисы буйынса ярыштарҙан башланы. Ярыштың судьяһы өҫтәл теннисы буйынса республика ярыштары еңеүсеһе, спорт мастерлығына кандидат Динар Яҡупов булды.
Ғинуарҙың икенсе көнөндә “Яҡшы ғәмәлдәр” аҙналығын иғлан иттеләр. Аҙна башында яңғыҙ йәшәгән өлкәндәргә ҡар көрәү, аҙыҡ-түлек алып ҡайтыу, хәлдәрен белеү кеүек беренсе ҡарашҡа ябай күренгән, ләкин ни тиклем мәрхәмәтлеккә, ихтирамға тулы ярҙам күрһәтеү менән бергә МХО-лағы яҡташтарға кәрәк-яраҡ йыйҙылар. “Сәхибжамал” республика татар ҡатын-ҡыҙҙарының статусын күтәреү йәмәғәт ойошмаһының Борай бүлексәһендә Яңы Йәлдәк ауылы гүзәлдәре иң әүҙемдәрҙән һанала. Улар бергәләп йыйылып яугирҙарға туҡмас киҫте, бейәләй-ойоҡбаштар бәйләне. Ҡулдарының йылыһына күҙ нурҙарын да ҡушып, махсус хәрби операцияның тиҙерәк Еңеү менән тамамланыуын теләп, доғалар ҙа уҡынылар. Уларға ирекмәндәр ҙә ҡушылды: блиндаж шәмдәре яһаны. “Яҡшы ғәмәлдәр” аҙналығы үҙ көстәре менән әҙерләнгән хәйриә концерты һәм йәрминкә менән тамамланды. Ошо сараларҙан ингән аҡсаларҙы йәлдәктәр МХО-лағы яҡташтарына әҙерләнгән гуманитар ярҙамға ҡушты. Айырыуса яңғыҙ йәшәгән ауылдаштарына бергәләп ярҙам итеүҙәре ҙур хөрмәткә лайыҡ. Бер яңғыҙ ауылдаштарының мейесе яраҡһыҙға әйләнеп, ҡышҡы һалҡында һыуыҡ өйҙә ҡалғас, ауыл халҡы тиҙ генә аҡса йыйышып, кәрәкле материал һатып алып, ирҙәр өмә яһап, мейестең иҫкеһен һүтеп, яңыһын сығарып та ҡуйған.

Яңы Йәлдәк ауылы халҡы элек-электән ислам диненә ихтирамлы ҡарашта. Мәсет бирелә һәр саҡ асыҡ. Дини байрамдар, йома вәғәздәре айырыуса берҙәмлек менән уҙа. Ауылдаштарын саҡырып, Ҡөрьән аштары йыш уҙҙыралар, йыл һайын ҡорбан салыусылар байтаҡ. Иманы булған халыҡ ата-баба мираҫына, нәҫел-нәсәбенә лә иғтибарлы. Мәҫәлән, “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә заманында Яңы Йәлдәк ауылында мулла булған Камалетдин Һатлығановтың шәжәрәһен төҙөгәндәр. 1882 йылда 26 йәшлек Камалетдин Һатлығановты Йәлдәк ауылына указлы мулла итеп билдәләйҙәр. Белемле, һәр саҡ яңылыҡтарға ынтылып йәшәгән Камалетдин ауылда мәсет төҙөткән, мәҙрәсәлә балаларға белем биргән. Әммә 1937 йылда уны террорсылыҡта ғәйепләп, ҡулға алалар һәм атып үлтерәләр. Балаларын һаҡлап ҡалыу өсөн ҡатыны башҡа ауылға ҡасырға һәм фамилияһын алмаштырырға мәжбүр була. 1989 йылда Һатлығановты аҡлайҙар. Йылдар уҙғас, уның нәҫелен дауам итеүселәр архив документтарын тикшереп, шәжәрә төҙөп, йыраҡ бабаларының яҡты исемен ҡабат ҡайтарыуға ирешә. Был уңайҙан йәлдәктәр матур сара уҙҙыра.
Ауыл фельдшеры Гөлнара Ахунова ла сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу, алкоголь һәм никотиндың зыяны тураһында әленән-әле халыҡ менән осрашыуҙар ойоштора, ауылдаштарының сәләмәтлеге һағында тора. “Тәмәкене кәнфиткә алмаштыр” акцияһы нәҡ шундайҙарҙың береһе. Ә рухи сәләмәтлек тураһында китапханасы Әлфиә Сираева ҡайғырта. Китапханала айыҡ тормош нәтижәһендә матур тормош ҡорғандар тураһында мәҡәләләр, әҫәрҙәр уҡыла, китап уҡыусылар конференциялары үткәрелә.
Күптән түгел Рәмил Зарипов һәм Абдурахман Дүсмәтовтың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары территорияһында беренсе тапҡыр “Фермер һабантуйы” уҙҙы. Байрамды ойоштороуҙа башлап йөрөүселәр — Гәүһәриә һәм Әхләф Зариповтар, улдары Рәмил, ҡыҙҙары Регина һәм кейәүҙәре Абдурахман Дүсмәтовтар байрамдың төп иғәнәсеһе булды. Был көндө “Борай фермеры” бренды етештергән ит продукцияһы тураһында күп һөйләнде һәм ашап ҡарау мөмкинлеге лә булды.
Сарала халыҡ бейене, йырланы, арҡан ярҙамында тауға менде, саңғыла уҙышты, йәйәнән атты, кейеҙ итек кейеп, туп менән хоккей уйнаны, бесән рулондарын тәгәрәтте, пониға ултырып йөрөнө, арҡан тартты. Егеүле аттар ҙа был көндө ҡунаҡтарҙы ауыл урамдары буйлап елдереп йөрөтөп торҙо. Ҡаҙандарҙа тәмле былау беште, күмер самауырҙарында сәй ҡайнаны. Уйындарҙа уйнап туйғас, рәхәтләнеп концерт ҡарап, халыҡ мул өҫтәл янына йыйылды. Шакир Шәрифуллин әҙерләгән былау, Зариповтарҙың “Ғаилә” кафеһынан килгән шеф-ашнаҡсы Абай бешергән көнсығыш кухняһына ҡараған люля-кебаб, Яңы Йәлдәк ауылындағы ошо фермер хужалығының ит эшкәртеү цехында эшләүсе гүзәл заттарҙың ҡайнар сәйе һәм ризыҡтары телде йоторлоҡ тәмле булды.
Һабантуйҙы ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡандарға район мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы Илгиз Харисов Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Эйе, һанап бөтөрөрлөк тә түгел Яңы Йәлдәктә үткән сараларҙы. Ауыл халҡының һәр көнө ниндәй ҙә булһа бер тематик сарала уҙа.
— Район этабында еңгәс, ауыл халҡы ҙур дәрт менән сараларҙа ҡатнаша башланы. Бар эш тә алдан төҙөлгән планға ярашлы бара. Уҡытыусы Лена Зиннуроваға айырыуса рәхмәт әйтке килә. Байрамдарҙы бергәләп әҙерләйбеҙ. Шуны ла әйтке килә, ауылда әүҙем халыҡ йәшәй. Ҡөрьән аштарын, дини мәжлестәрҙе, өмәләрҙе һәр саҡ бергә уҙҙырабыҙ. Быйылғы ҡыш ҡарлы килде. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына ҡуйылған обелискыны, мәсет алдын, төрлө йәмәғәт урындарын бергә ҡарҙан таҙартабыҙ, Өфө, Ҡазан артистары килеп ҡуйған спектаклдәргә, концерттарға йөрөйбөҙ. “Айыҡ ауыл” конкурсы, беренсенән, айыҡлыҡҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә өндәһә, икенсенән, халыҡты берләштерә. Ғәмәлдәребеҙ изге, уйҙарыбыҙ яҡшы, шулай булғас, һөҙөмтә лә әйбәт булыр, тигән өмөттәбеҙ, — ти Яңы Йәлдәк ауылы әүҙемсеһе, ойоштороу комитеты ағзаһы, фермер Гәүһәриә Зарипова.
Венера Арысланова.
Борай районы.

"Айыҡ ауыл" конкурсы  халыҡты берләштерә
"Айыҡ ауыл" конкурсы  халыҡты берләштерә
"Айыҡ ауыл" конкурсы  халыҡты берләштерә
"Айыҡ ауыл" конкурсы  халыҡты берләштерә
"Айыҡ ауыл" конкурсы  халыҡты берләштерә
"Айыҡ ауыл" конкурсы  халыҡты берләштерә
"Айыҡ ауыл" конкурсы  халыҡты берләштерә
"Айыҡ ауыл" конкурсы  халыҡты берләштерә
"Айыҡ ауыл" конкурсы  халыҡты берләштерә
"Айыҡ ауыл" конкурсы  халыҡты берләштерә
"Айыҡ ауыл" конкурсы халыҡты берләштерә
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас