Һәр ғаиләнең матур, татыу йәшәгеһе килә. Ҡатын – иренең, ир ҡатындың яратыуын, аңлауын теләй.
Әммә ғаиләлә мөнәсәбәттәрҙең төрлөгә әйләнеүе, ауырлашыуы ихтимал. Ошондай осраҡтар өсөн пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдән еткерелгән күркәм доғалар бар. Улар ир менән ҡатын араһындағы йылы мөнәсәбәттәрҙе кире ҡайтарырға ярҙам итер, һөйөү ҡуҙын яңынан дөрләтеп ебәрер.
Ошондай доғаларҙың береһен тәҡдим итәбеҙ:
“Аллаһуммә әллиф бәйнә кулүбинә, вә әсълих зәтә бәйнинә, вәһдинә субуләс-сәләми, вә нәжжинә минәз-зулүмәти илән-нур, вә жәнибәл-фәвәхишә мәәзәхәра минһә вәмә бәтәнә”.
Мәғәнәһе:
“Эй Аллаһым, беҙҙең йөрәктәребеҙҙе берләштер, ике аралағы мөнәсәбәтебеҙҙе яҡшырт. Беҙҙе тыныслыҡ юлынан алып бар, ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа сығар. Асыҡ һәм йәшерен насарлыҡтарҙан һаҡла”.
24 февралгә сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ. Таблица Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты ҡушымтаһынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.