Ҡариҙел районының «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре халыҡ ансамбле 100 бал йыйып. «Байыҡ» телевизион конкурсының беренсе һынауында уңышлы сығыш яһап, икенсе турға үтеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Өфөлә, 22 февралдә, «Байыҡ» телевизион конкурсының беренсе этабы үтте.
Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылған ижади коллективтар баһалама комиссия ағзаларына үҙҙәренең репертуарҙарынан бер бейеү тәҡдим итте. Ҡариҙел бейеүселәре лә был бәйгенән ситтә ҡалманы.
«Йәшлек»тәр был юлы баһалама комиссия ағзаларына «Ауыл урамы» тип аталған башҡорт бейеүен тәҡдим итте.
Яңы ғына ансамблдә тыуған, унлар, елдәк һәм балыҡсы ырыуҙары башҡорттарының көн-күрешенә хас булған, ҡатын-ҡыҙҙар башҡарған бейеү жюри ағзаларын ҡыуандырып, иң юғары мәрәйҙе йыйып, бәйгенең икенсе турына үтергә хоҡуҡ бирҙе.
Яратҡан ансамблен дәртләндереп, тыуған яғыбыҙҙың мәҙәниәтен республика кимәлендә таратып йөрөүсе, Башҡортостандың атҡанҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәфилә Мөнирова үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
- Ҡариҙел ҡыҙҙары ныҡ уңған, тырыш. Мин улар менән ғорурланам. Беренсе турҙа йыйған йөҙ балды Ватанды һаҡлаусылар көнөнә, ир-егеттәрбеҙгә арнайбыҙ. Шулай уҡ айырым рәхмәттәремде район хакимиәте башлығы Айҙар Әнғәм улына, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Руслан Рөстәм улына, Мирза Тәфкил улына еткерәһем килә.
Бейеүселәремә артабан да уңыштар теләп ҡалам. Ҡыҙҙарымдың бөтәһенә лә рәхмәт, - ти Рәфилә Мөғәллим ҡыҙы.
«Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре халыҡ ансамбленә икенсе турҙа уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Марат Бүләков.