Йәнтөйәк
-18 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Февраль , 10:55

Рамаҙан айында доға ҡылыу

Йә Раббым! Ауырыуҙарыбыҙға хәйерле шифаларыңды бир, дауалап булмай торған сирҙәрҙән, бәлә-ҡазаларҙан, ҡайғы-хәсрәттәрҙән һаҡла. Ауыр хәлгә тарыусыларға Үҙ рәхмәтеңде, ярҙамыңды насип әйлә. Йә Раббым Аллаh! Илебеҙҙе төрлө хәтәр-хәүефтәрҙән, һуғыш афәттәренән, табиғәт бәлә-ҡазаларынан Үҙең һаҡла... Һуғыш барған ерҙәргә тыныслыҡ-именлек килеүен насип итеп, шунда булған туғандарыбыҙҙың, ауылдаштарыбыҙҙың иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуҙарын насип ит, йә бер Аллаһ...    

Рамаҙан айында доға ҡылыу
Рамаҙан айында доға ҡылыу

Әлхәмдү лилләһи Раббил ғәәләмиин, әс-саләәтү үәс-сәләәмү ғәләә расүүлинәә Мүхәммәдин үә ғәләә әәлиһи үә әсхәәбиһи әҗмәғыйн...

Йә Раббым Аллаh, доғалар ҡабул була торған ошо мөбәрәк Рамаҙан айында Бер Үҙеңә мөрәжәғәт итеп, фәҡәт Һинең ярҙамыңа ғына тәүәккәлләп, үтенеп һорайым: Һин бүләк итеп биргән ошо изге айҙа ҡылган барлыҡ ғибәҙәттәребеҙҙе – тотҡан ураҙаларыбыҙҙы, уҡыған намаҙҙарыбыҙҙы, биргән саҙаҡаларыбыҙҙы һәм башҡа изге-игелекле ғәмәлдәребеҙҙе ҡабулдарҙан ҡыл! Фарыз намаҙҙарҙан тыш башҡарылған нәфел намаҙҙарыбыҙҙы, шул иҫәптән тәрәүих намаҙҙарыбыҙҙы ла Үҙеңдең киң рәхмәтең менән ҡабул итеүеңде һорайым...

Йә Раббым Аллаh, тәрәүих намаҙҙарында баҫып тороуҙарыбыҙ Ҡиәмәт көнөндә – мәхшәр майҙанында баҫып торғанда беҙгә ярҙам итһә ине... Ҡиәмәт көнөндәге яуап биреү мәлендә, Үҙ хозурыңда баҫып торған ваҡытта хәлебеҙ еңел булһын. Мәхшәр майҙаны эҫелегендә бик һыуһаған ваҡытта беҙгә был дөньяла тотҡан ураҙаларыбыҙ ярҙам итһен – яфаланып һыуһауҙан ҡотолорға сәбәпсе булһын.

Йә Раббым Аллаh, Бер Үҙеңдән бик үтенеп һорайым: ошо Рамаҙан айына ирешә алмайынса вафат булған  яҡындарыбыҙҙың,  дин ҡәрҙәштәребеҙҙең гонаһтарын ярлыҡа, һәм дә хаслап доға ҡылам: минең вафат булған (мәрхүмдәрҙең исемдәрен әйтеп сығығыҙ) бәндәселек менән ҡылған гонаһтарын, хата-кәмселектәрен ғәфү итеп, барса ҡылған яҡшы ғәмәлдәрен, ғибәҙәттәрен ҡабул итеп, әжер-сауаптарын арттыр. Ахирәттәге хәлдәрен еңел итеп, Ҡиәмәткә тиклем ҡәберҙәрен нурлы ҡылып, Үҙ рәхмәтеңдә булыуҙарын насип ит.

Йә Раббым Аллаh, йылға бер генә килә торған ошо мөбәрәк айҙың һәр миҙгелен файҙалы итеп үткәрергә насип ит. Изге Рамаҙан айында күңелебеҙ ихлас иман менән нурланһын. Һинең ризалығыңа ирешергә ҡамасаулаусы  кәмселектәрҙән арынып, рухи яҡтан камиллашып, Үҙеңә яҡынайырға мөмкинлек бир, йә Раббым!..

Йә Раббым Аллаh! Кәсептәребеҙ һәм малдарыбыҙҙың хәләл булыуын насип итеп, тормошобоҙға бәрәкәтеңде иңдерһәң ине! Хәйерле, бәрәкәтле, тигеҙ ғаилә тормошо биреп, балаларыбыҙҙың тәүфиҡ-һиҙәйәт юлында булыуҙарын насип итһәң ине...

Йә Раббым! Ауырыуҙарыбыҙға хәйерле шифаларыңды бир, дауалап булмай торған ауырыуҙарҙан, бәлә-ҡазаларҙан, ҡайғы-хәсрәттәрҙән һаҡла. Ауыр хәлгә тарыусыларға Үҙ рәхмәтеңде, ярҙамыңды насип әйлә.

Йә Раббым Аллаh! Илебеҙҙе төрлө хәтәр-хәүефтәрҙән, һуғыш афәттәренән, табиғәт бәлә-ҡазаларынан Үҙең һаҡла... Һуғыш барған ерҙәргә тыныслыҡ-именлек килеүен насип итеп, шунда булған туғандарыбыҙҙың, ауылдаштарыбыҙҙың иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуҙарын насип ит, йә бер Аллаһ...

Йә Раббым Аллаh, барса ихластан ураҙа тотоусы бәндәләреңә Ҡәҙер кисен ғибәҙәттә үткәрергә насип ҡыл. Үҙемә лә Ҡәҙер кисендә ғибәҙәт ҡылыусы бәндәләреңдән булырға насип ит.

Йә Раббым Аллаh, Һин ғәфү итеүсе, гонаһтарымды ғәфү ит.

Йә Раббым Аллам, ауырлыҡтарҙы еңел күтәрә алырлыҡ, ураҙабыҙҙы Үҙең риза булырҙай итеп тотарлыҡ тәҡүәлек бир, барса изге ниәттәребеҙгә, морат-маҡсаттарыбыҙға ирештер.

Йә Раббым Аллаh, үҙемде, яҡындарымды исламлы, иманлы, намаҙлы ҡылып, ҡушҡандарыңды үтәп, тыйғандарыңдан тыйылып йәшәргә насип ит. Ғүмеребеҙ дауамында беҙгә һиҙәйәт юлын күрһәтеп, шунан тайпылмайынса, Йәннәткә илтеүсе тура юлда булып йәшәүебеҙҙе насип ит...

Йә Раббым Аллаh, ошо Рамаҙан айы ураҙаһын Ҡиәмәттәге Райан ҡапҡаһынан үтеп Фирҙәүес Йәннәтенә керерлек итеп һәм Һинең мөбәрәк йөҙөңдө күреп ҡыуанырға лайыҡ булырҙай итеп тоторға насип ит. Киләһе йылдың Рамаҙан айын да Үҙең риза булырлыҡ хәлдә именлектә, һау-сәләмәт килеш ҡаршы алырға насип ит.

Раббәнәә әәтинәә фиддүнья хәсәнәтән үә филь әәхыйрати хәсәнәтәү үә кыйнәә газәәбәннәр. Бирахмәтикә йә әрхәмәрраахимиин...

Автор: Эльнара Шаймарҙанова
Автор:
Читайте нас