Йәнтөйәк
-18 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Февраль , 19:25

Ауыҙ асыуға "Зебра" пирогы

Рецебы: 

Ауыҙ асыуға "Зебра" пирогы
Ауыҙ асыуға "Зебра" пирогы

Буйлы-буйлы булған өсөн "Зебра" тигән исем бирелгән был пирогты әҙерләүҙең әллә ни ауырлығы юҡ. Уның ҡарауы, шул тиклем тәмле килеп сыға.
Кәрәк буласаҡ: 3 йомортҡа, 1 стакан шәкәр, 1 стакан һөт, ярты стакан көнбағыш майы, 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс (йәки аш содаһы+уксус), 1,5-2 стакан он һәм 2-3 аш ҡалағы какао.

 

Әҙерләү ысулы: йомортҡаларҙы шәкәр менән туғырға. Һөт һәм көнбағыш майы өҫтәп, яҡшылап болғатырға.Ҡамыр йомшартҡыс менән ондо ла һалғас, тағы ла ҡуйырғансы болғатырға кәрәк. Шунан ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, береһенә какао өҫтәргә.
Артабан табаның уртаһына алмашлап икешәр аш ҡалағы ҡамыр ҡоябыҙ: тәүҙә ағын, унан һуң какао ҡушылғанын. Ҡойоп бөткәс, ҡамырҙың өҫтөнә шырпы ярҙамында биҙәктәр яһарға була.

 

Хәҙер "Зебра" пирогын 180 градуста 25-30 минут бешереп алырға ғына ҡала.

 

(Рецепт "Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән)

Автор:
Читайте нас