Йәнтөйәк
-14 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Февраль , 21:25

Ванганан ете тормошсан кәңәш

Болгар күрәҙәсеһе һәр заманда ла әһәмиәтле булырлыҡ кәңәштәр ҡалдырған. Улар һәр кем өсөн уңыш, бәхет нигеҙе булырлыҡ.       

Ванганан ете тормошсан кәңәш
Ванганан ете тормошсан кәңәш

* Көн тәртибен дөрөҫ ҡороғоҙ. Кеше 22.00 сәғәттән дә һуңға ҡалмайынса йоҡларға ятырға, таң беленеү менән торорға тейеш. Төнгө ваҡытта уяу булырға кәрәкмәй,  төн – ял итеү өсөн.

* Балаларҙы хеҙмәткә өйрәтегеҙ. Хеҙмәт һөймәгән кеше нәҫеленә насар өлгө күрһәтә. Хеҙмәт менән тәрбиәләнгән бала бер ҡасан да ҡартлыҡта ата-әсәһен ташламай.

* Көндө йылмайыуҙан башлағыҙ, шул саҡта ғына ул шатлыҡ килтерәсәк. Үпкә, ҡурҡыу һәм асыу ауырыуҙарға килтерә, уларҙан ҡасығыҙ.

* Берәй нәмә әйтер алдынан һәр ваҡыт яҡшылап уйлағыҙ. Һүҙҙәр матди нигеҙгә эйә: улар бәхет тә, шул уҡ ваҡытта тормошоғоҙға күп бәләләр ҙә килтерә ала. Кешене хөкөм итергә ашыҡмағыҙ, һеҙ уның тормошон белмәйһегеҙ.

* Тәнегеҙҙе таҙа тотоғоҙ. Бысраҡ – сирҙәрҙең сәбәбе. Һыу, душ ҡабул итеү бөтә кисерештәрҙе, насар кәйефте һәм негатив энергияны йыуа. Быны йоҡлар алдынан эшләү яҡшыраҡ. Әгәр душ инергә мөмкинлегегеҙ булмаһа, мотлаҡ аяғығыҙҙы йыуығыҙ.

* Йортоғоҙҙан уңыш китмәһен өсөн, өҫтәлдә ризыҡ ҡалдырмағыҙ. Айырыуса был икмәккә ҡағыла. Ҡалған ашты, икмәкте ташламағыҙ – йәнлектәргә йәки ҡоштарға бирегеҙ.

* Ярыҡ һауыт-һабанан ашарға ла, эсергә лә ярамай. Һауыт-һаба саҡ ҡына кимтелһә йәки сатнаһа ла – ташлағыҙ. Боҙоҡ әйберҙәр уңыш, һаулыҡ һәм бәхетте кәметә.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Розалия Хисаева фотоһы. 

 

Автор:
Читайте нас