

Эдуард Хәйбрахманов 1966 йылдың 14 февралендә Борай районы Борай ауылында ябай эшселәр Фәһимә Хәлим ҡыҙы һәм Рәфит Хәйбрахман улы Хәйбрахмановтар ғаиләһендә тыуа. Ғаилә тиҙҙән Үзбәкстанға күсенә. 1973 йылда йәш Эдуард Кунград ҡалаһындағы 1-се урта мәктәптең 1-се класына уҡырға бара. 1981 йылда тыуған яҡтарына ҡайтып, Өфө төҙөлөш техникумын тамамлай, 1984 йылда Совет Армияһы сафына алына.
Артабан ул Ленин исемендәге Юғары Ташкент дөйөм ғәскәр команда училищеһында уҡыуын дауам итә. Уны лейтенант дәрәжәһендә тамамлай һәм Йыраҡ Көнсығышҡа ил сиген һаҡларға китә.
Эдуард Хәйбрахмановтың хәрби биографияһы бик бай. Ул Таулы Карабах, Абхазия, Приднестровье, Тажиҡстанда ҡатлаулы милләт-ара конфликттарҙы хәл итеүҙә әүҙем ҡатнаша. Ике чечен компанияһында күрһәткән ҡыйыулығы уның Ватанға оло хөрмәтен һәм һөйөүен күрһәтә.
2005 йылда ул подполковник дәрәжәһендә Балтас районына хәрби комиссар булып килә. 2007 йылда полковник дәрәжәһендә запасҡа сыға, ләкин 2022 йылдың сентябрендә өлөшләтә мобилизация сиктәрендә яңынан хәрби хеҙмәткә саҡырыла һәм махсус хәрби операция зонаһына юллана.
“Ватан саҡырҙы һәм мин ике лә уйламай ил һағына баҫтым. Ил өсөн ҡатлаулы ваҡыттарҙа ир-егеттең һүҙе бер булырға тейеш”, — ти отставкалағы полковник.
Позывнойы “Янычар” була. Полк менән етәкселек иткән хәрби ике Батырлыҡ, Шайморатов ордендары, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалдары һәм башҡа наградалар менән бүләкләнгән.
Эдуард Рәфит улы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар өсөн дәүләт идараһы юғары мәктәбе булған “Башҡортостан Геройҙары” проектында ла ҡатнаша.
Полковник Эдуард Хәйбрахмановтың тормош юлы — Ватанға тоғролоҡ, ҡыйыулыҡ һәм фиҙаҡәрлектең асыҡ миҫалы.
Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.